2 июл. 2012 г.

ЮБИЛЯР ТҮРҘЕ БИҘӘР

     90 йәшен тултырҙы инәйебеҙ

     Тыныс тормош өсөн көрәш алып барған инәй-олатайҙарыбыҙ сафы кәмей бара. Ләкин уларҙың башҡарған эштәре оло тарихи ваҡиғалар булып һаҡланып ҡала. Шуның өсөн дә беҙгә, йәш быуын вәкилдәренә, уларҙы онотмаҫҡа, хәтерләргә, хөрмәт итергә һәм ғорурланырға кәрәк.
 
     Ошо көндәрҙә Манһыр ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Ҡарамалы ауылында йәшәүсе Кәлимуллина Маһия Ғүмәр ҡыҙы үҙенең 90 йәшлек оло юбилейын билдәләй. Маһия инәй бала сағынан алып хеҙмәт кешеһе булараҡ таныла. Ул һуғыш йылдарының тыл яландарында барған көрәштең әсе-сөсөһөн татыған кеше.

     Ун биш йәшендә генә Баймырҙа ауылында йәшәгән, заманына күрә уҡый-яҙа белгән Нәбиулла Ғәбитулла улына кейәүгә сыға. Биш айҙан һуң Нәбиулла олатай Алыҫ Көнсығышҡа армия хеҙмәтенә оҙатыла. Ике йыл хеҙмәт итеп, 1940 йылдың декабрендә тыуған ауылына ҡайтып төшә. Күп тә үтмәй, Бөйөк Ватан һуғышы башлана һәм ул 1942 йылдың башында Сталинград һуғышына ебәрелә. Тыуған яҡтарына, әсирлектәр аша үткән оҙон юл менән, 1946 йылдың авгусында ғына әйләнеп ҡайта. Һуғыш ваҡытында яҡындарына хат та яҙа алмай ул. Кәләше унан ашыҡ-бошоҡ ҡына яҙылған бер генә хат ала.

 Төшөнкөлөккә бирелмәй 90 йәшлек инәй, ғаиләһенең алдағы көндәрен хәстәрләп йәшәй. Компьютер менән ҡыҙыҡһына. Алыҫтағы ейәндәре менән кеҫә телефоны, скайп аша ла аралаша белә. Хөкүмәтебеҙ уға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат тапшырғас, айырыуса дәртләнеп китте ул.

     Маһия инәй ул йылдарҙың бөтә ауырлыҡтарын үҙ иңендә татый. МТС-ҡа ике айлыҡ тракторсылар курсына уҡырға ебәрелә, бик тиҙ техника серҙәрен үҙләштерә. Иген сәсеүҙә, ураҡ урыуҙа эшләй. “Аслыҡҡа бирешмәҫ өсөн, яланда эшләгән ваҡыттарҙа ҡыҙған радиаторҙа иген бөртөктәре ҡыҙҙырып ашай торғайныҡ”, – тип хәтерләй инәй ул йылдарға әйләнеп ҡайтып. Маһия инәй ҡул эштәренә бик оҫта була. Ул теккән күлдәктәргә оҙон сират теҙелә. Бер көндө бер күлдәк тегеп, бөтә ауыл халҡын кейендергән.
 
     Маһия һәм Нәбиулла Кәлимуллиндар бергә 60 йыл ғүмер итә. Дүрт бала үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өсәүһенең ғүмере бик иртә өҙөлә. Олатай ҙа 80 йәшендә яҡты донъя менән хушлаша.
 
     Бөгөн Маһия инәй улы Шәфҡәт, килене Зөһрә һәм ейәндәре менән бергә матур, татыу донъя көтә. 90 йәше тулыуына ҡарамаҫтан, инәй һаман да ҡул эштәре менән булыша, хужалыҡта ла ярҙамлаша. Иман юлын үҙ иткән ул, биш намаҙын ҡалдырмай. Ҡасандыр техника серҙәренә төшөнгән инәй, һөт тартыу сепаратын да үҙе йүнәтеп ҡуя. Хатта көнө буйы машинаһының боҙолған урынын тапмай ыҙаланған егеттәргә: “Карбюраторы боҙолған бит”, – тип тә ярҙам итеп ебәрә.
 
     Төшөнкөлөккә бирелмәй 90 йәшлек инәй, ғаиләһенең алдағы көндәрен хәстәрләп йәшәй. Компьютер менән ҡыҙыҡһына. Алыҫтағы ейәндәре менән кеҫә телефоны, скайп аша ла аралаша белә. Хөкүмәтебеҙ уға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат тапшырғас, айырыуса дәртләнеп китте ул.
 
     Быуындар бәйләнешен һаҡлай белгәне, ил алдындағы оло хеҙмәте өсөн инәйебеҙгә оло рәхмәтлебеҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, сикһеҙ бәхетле көндәр һәм тағы ла күп йылдар ғүмер миҙгелдәре теләйбеҙ!
 
     Г. МАЛИКОВА.
     Баймаҡ ҡалаһы

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.