17 июл. 2012 г.

Сәфәрҙәр

Онотолмаҫ сәйәхәт


Республикала беҙҙең Баймаҡ районы китапханаһы кеүек коллективтың рухын үҫтереүҙә шул тиклем ҙур көс һалып, ижади дәрт менән эшләгән башҡа мәҙәни йорт бармы икән?

Бына 26 июнь көнө лә онотолмаҫ хәтирәләре менән тарих битенә яҙылды. Беҙ, район китапханаһының “Ағинәйҙәр” клубының иң әүҙем  ағзалары: иң күп китап уҡыусыларҙың береһе Таңһылыу Иҫәндәүләтова, районыбыҙҙың киң билдәле шәхесе - ҡурайға һәйкәл ҡуйыусы, шағир, рәссам, “Атайсал” клубы ағзаһы Миҙхәт Байрамғолов, әрүахтарға аяттар бағышлаусы Сәлимә хажиә Батталова, Таңһылыу хажиә Әүәлбаевалар данлыҡлы әүлиәбеҙ Мөжәүир хәҙрәт олатайҙың ҡәберенә зыярат, тарихи урындарға сәйәхәт ҡылыу маҡсатында Манһыр ауылына юлландыҡ.
Ниһайәт, салт ҡояшлы еләҫ көн хозурында Аллаһы Тәғәлә бөйөк әүлиәне яралтҡан иҫ киткес хозур тәбиғәт ҡосағында ятҡан Манһыр ауылына килеп етеп, олатай ҡәберенә юл алабыҙ. Тәүҙә ризалыҡ һорап аят уҡылды. Бына ул, күпме кешеләрҙең хыялы булып, үҙенә тартып торған изге ер. Йәшеллеккә күмелгән ҡәберлек эсендә олатайҙың мәңгелек йоҡоһон һаҡлап аяҡ осонда ялбыр тирәк тора. Ағастарҙа Хоҙай ҡоштары һайрай. Әйтерһең дә, улар бында килеүселәргә ғүмерҙең бик ҡыҫҡа икәнен, мәңгелек йортҡа күскәнсе ерҙә тик яҡшылыҡтар ғына эшләп ҡалдырырға олатай теле менән әйтергә теләй.
Олатай рухына  бағышлап Сәлимә хажиә аят уҡыны. Артабан иман йорто — мәсеткә барҙыҡ. Тыштан уҡ үҙенә тартып торған изге йорттоң эсендә лә нур бөркөлә, иҫ киткес рух тыныслығы, яҡтылыҡ хөкөм һөрә. Намаҙ уҡып, хәйер һалғас, Мөжәүир хәҙрәттең йорт-музейына юлландыҡ, ҡасандыр олатай ҡулланған әйберҙәргә, китаптарға, кейгән кейемдәренә күңел нескәлеге менән һаҡ ҡына ҡағылабыҙ. Йорт янынан ғына ағып ятҡан, ҡасандыр олатай эскән саф Урғаҙа һыуында бит-ҡулдарыбыҙҙы йыуып, тереклек һыуын эсәбеҙ. Мөжәүир хәҙрәттең ейәнсәре Заһита һылыуҙың  эшләгән ҡымыҙы менән һыйландыҡ, ул беҙгә дәрт, ҡеүәт өҫтәне.
(Ошо мәлдә килгән кешеләрҙе ҡаршы алып-оҙатып йөрөүсе, билдәле шәхесебеҙ музейын яйлап күрһәтеүсе, ауыл тарихы һәм башҡалар тураһында берәйһе тәфсирләп һөйләп йөрөһә, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине, тигән уй тыуҙы...).
Сәфәребеҙҙең икенсе өлөшө Бейектауҙа урынлашҡан мөғжизәле Йомортҡаташты күреү булды. Оло йәштәренә ҡарамаҫтан, ағинәйҙәребеҙ бейек тауға менеп таш «йомортҡа»ны күреп, билдәһеҙ әүлиәнең ҡәберендә доға ҡылып, өйлә намаҙын да уҡыны. Археологтар, тарихсылар ҙа һаман серен таба алмаған был таштар, ысын мәғәнәһендә, үҙе бер мөғжизә. Еңел автомобиль ҙурлығынан алып, өҫтәл саҡлы был «йомортҡа»лар  хас та ҡаҙ йомортҡаһы. Ә иң ғәжәпләндергәне: ул таштарҙың бер нисәүһенең ярылған булыуы. Әйтерһең дә, кемдер берәү уларҙы тип-тигеҙ итеп киҫкән.
Ошондай мөғжизәләрҙе күреп,  тәбиғәтебеҙҙең иҫ киткес сихри гүзәллегенә һоҡлана-һоҡлана тауҙан төшәбеҙ. Шишмә янында самауыр ҡайнатып, табын ҡороп тамаҡ ялғаныҡ. Боҫорап торған самауырҙан Рәшиҙә Һөйәрғолова һамаҡлай-һамаҡлай сәй яһаны. Китапхана хеҙмәткәре Сәрүәр Иҙелбаева сәйәхәткә килеүсе һәр кемдән бөгөнгө тәьҫораттары менән уртаҡлашыуҙарын һәм музыкаль сәләм тапшырыуҙарын һораны. Әйткәндәй, сәфәр ҡылыусыларҙың  Һәр береһе үҙенсә һәләтле, йыр-моңға бай булып сыҡты. Мәҫәлән, Мифтахетдин ағай Йәнбәков тыңлаусыларға бүләк итеп киң күкрәк моңо менән “Сәлимәкәй”ҙе йырлап ишеттерҙе, уның моңо бөтәбеҙҙе лә һоҡландырҙы.
Ошо уҡ көндә Гөлшат Ушанова, Таңһылыу Иҫәндәүләтова, ошо юлдар авторы “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары итеп ҡабул  ителде.
Ошондай илаһи сәфәр бүләк иткәндәре өсөн районыбыҙҙың  ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, үҙәк район китапханаһы директоры Л.Ҡ. Дәүләтшинаға, “Ағинәйҙәр” клубы рәйесе Х.М. Биктимероваға һәм ошо сараны етәкләүсе С.М. Иҙелбаеваға шул тиклем рәхмәттәребеҙҙе әйтеп, илһамланып,  Мөжәүир хәҙрәттең  фатихаһы менән имен-аман ҡайтып еттек.
Айһылыу Уразгилдина.
Баймаҡ ҡалаһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.