25 июл. 2012 г.

ЙӘЙГЕ ЯЛ

     Йәш спортсылар көс йыя


     14 июлдән “Граф күле” турбазаһы биләмәһендә спорт профилле палаткалар лагеры эш башланы. “Йәш спартансы” тип аталған был лагерь муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса сектор тарафынан ойошторолдо.

     Әлеге ваҡытта райондың Ризван Гаджиев етәкләгән “Барс” клубында тәрбиәләнеүсе 15 бала ял итә. Улар араһында донъя, Рәсәй, республика һәм район чемпиондары бар. Үҫмерҙәр матур тәбиғәт ҡосағында ял итеү менән бер рәттән 14 көн буйы үҙ-ара көс һынашып, оҫталыҡтарын арттыра, тренерҙарынан өҫтәмә дәрестәр ала. Йәш спортсыларҙың ялы урындағы бюджет саралары иҫәбенән финанслана.
     Әйткәндәй, 8 августан Талҡаҫ буйындағы “Орленок” лагерында башҡорт телен һөйөүсе балалар өсөн “Ирәндек ынйылары” мәҙәни-лингвистик лагерь эшләйәсәк.
     С. КЕЙЕКБИРҘИНА.ФОТОЛА: “Ял итеп тә, күнекмәләр эшләп тә өлгөрәбеҙ”.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.