17 июл. 2012 г.

Яңылыҡтар

Элемтә сифаты яҡшыра

Район элемтә үҙәге хеҙмәткәрҙәре тара-фынан быйыл Йомаш, Юлыҡ, Ишбирҙе ауылдары араһында 23 км оҙонлоғонда оптик-сүс линияһы һалынған, Юлыҡ, Бикеш, Ишбирҙе, Ишмырҙа, Беренсе Төркмән ауылдарында АТС ҡорамалдары яңыртылған.  Йыл аҙағына тиклем элемтәселәр Татлыбай һәм Урғаҙа ауылда-        ры араһында оптик-сүс элемтә линияһы һаласаҡ, был Әбдрахман, Байыш, Янғаҙы, Ишмөхәмәт ауылдарында телефон бәйләнешен яҡшыртыуға ла булышлыҡ итәсәк.

Ауылдаштарға – бушлай концерт!

20 июлдә Башҡор- тостандың атҡаҙанған артисы, халыҡ-ара, республика йыр бәйгеләре лауреаты, яҡташыбыҙ Альберт Салауатов     Семеновск ауылында “Йыр-моңдарым тик һеҙ-ҙең өсөн, ауылдаш-     тарым!” тип аталған өр-яңы концерт программаһы менән бушлай сығыш яһаясаҡ. Осрашыу-концертта Сулпан Ғәфүр-йәнова-Салауатова, музыкант Альберт Дәүләт-шин һ.б. ҡатнашасаҡ.

Августа өс көн ял

Быйыл Ураҙа байрамы 19 авгусҡа, йәғни йәкшәмбегә тап килә. Шуға күрә был байрам мәлендә республика   халҡы өс көн – 18, 19, 20 август ял итәсәк.

Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр иғтибарына

1 июлдән тотонолған һыу өсөн  түләү «Водоканал» ЯСЙ-һында ҡабул ителә. Предприятие ме-нән ашығыс рәүештә килешеүҙәр төҙөүегеҙҙе һорайбыҙ. Беҙҙең адрес: Баймаҡ ҡалаһы, Революция урамы, 25. Т. 2-23-75.

Һөткә субсидия

Муниципаль район хакимиәтенең мәғлү-мәт-консультация үҙә-генән хәбәр итеүҙәрен-сә, ошо көндәрҙә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә – райондың ауыл хужалығы предприятиеларына һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү программаһына ярашлы, тапшырылған һөттөң һәр литры өсөн 1,35 һум иҫәбенән субсидия бирелде.

Пенсионерҙар өсөн

Уҡыу бер ҡасан да һуң түгел

2011-2013 йылдарға иҫәпләнгән “Халыҡ университеты” республика маҡсатлы программаһын бойомға ашырыу  сиктәрендә Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы буйынса хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы бүлеге оло йәштәге граждандарҙан яңы уҡыу йүнәлештәре буйынса ғаризалар ҡабул итә:

1. “Емешселек-йәшелсәселектә заманса технологиялар”

Уҡыуҙар үткәреү урыны – Баймаҡ ҡалаһының 105-се һөнәрселек лицейы һәм Урғаҙа ауылындағы Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы;

2. “Хоҡуҡи грамоталыҡ”

Уҡыуҙар үткәреү урыны – Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы;

3. “Финанс ярҙам”

Уҡыуҙар үткәреү урыны – Урғаҙа ауылындағы Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы;

Ғаризалар урындағы хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы бүлегендә (Баймаҡ ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 1-се йорт (203-сө бүлмә))  һәр айҙың 1-нән 25-енә тиклем дүшәмбе, шишәмбе, шаршамбы көндәрендә ҡабул ителә.
Белешмәләр өсөн телефон: 3-18-81.

Т. Денисова, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау буйынса идаралыҡ бүлеге начальнигы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.