27 июл. 2012 г.

Төбәкте үҫтереү программаһы

Кооператив ойоштор һәм аҡса ал!

Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында төбәктә ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары ойошторола башланы.

 Был юҫыҡта беҙҙең районда ла эш дауам итә. “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге, райондың ауыл хужалығы бүлеге белгестәре ауылдарҙа булып, халыҡ менән осраша, аңлатыу эштәре алып бара. Кооперативтар булдырыу бөгөнгө заманда айырыуса актуаль, сөнки ул агросәнәғәт комплексын үҫтереү, крәҫтиәнде ергә нығыраҡ беректереү, ауыл кешеһенә дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя.
 
Ошо көндәрҙә райондың ауыл хужалығы бүлеге начальнигы М.Ғ. Кайниев Алғаҙы ауылында булып, халыҡ менән осрашыу үткәрҙе. Унда Мөнир Ғәйнетдин улы урындарҙа кооперативтар ойоштороуҙың үҙенсәлектәре, был системаның ауыл кешеһе өсөн айырыуса актуаллеге тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе.
 
А. Салауатов.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.