6 июл. 2012 г.

Шәфҡәтлелек

Сәлиә Мырҙабаева:
“Бергәләшеп бар ауырлыҡтарҙы еңәсәкбеҙ”


Нефтекама ҡалаһында йәшәгән инвалид балаға сәләмәтлеге өсөн бик тә кәрәкле булған инсулин помпаһын тапшырғандар. Русфондтың Башҡортостандағы бюроһы хәбәр итеүенсә, прибор өсөн аҡса тулыһынса йыйылған, бар сығымдар ҡапланған.

Ваҡиға ниҙән башлана һуң? РФ Дәүләт Думаһы депутаты С.Ш. Мырҙабаева Нефтекама ҡалаһында булған саҡта, уға шәкәр диабеты менән ауырыған 10 йәшлек баланың әсәһе ҡиммәтле медицина приборын алырға ярҙам итеүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Билдәле булыуынса, был сиргә дусар булыусылар көн һайын бер нисә тапҡыр инсулин һалдыра. Помпа-дозаторҙы ҡулланыу малайға йыш эшләнгән уколдарһыҙ, тулы тормош алып барырға ярҙам итә. Шулай уҡ был прибор ауырыуҙың артабан таралыуына юл ҡуймай, организмдағы шәкәрҙе бер кимәлдә тота. Башҡортостанда шәкәр диабеты менән ауырығандар бушлай дарыуҙар менән тәьмин ителә, әммә ҡиммәтле инсулин помпаһын биреү закон буйынса ҡаралмаған. С.Ш. Мырҙабаева был проблеманы контролгә алып, Русфондтың Башҡортостандағы бюроһы вәкилдәре һәм республиканың балалар эндокринологы менән осрашҡандан һуң, балаға приборҙы һатып алыу өсөн аҡса йыйыла башлай.
Ауырыу баланың әсәһе депутатҡа рәхмәттәрен әйтеп: “Дөрөҫөн әйткәндә, был мәсьәлә хәл ителер, тип уйламағайным да. Беҙҙең проблеманы ишеткәнегеҙ һәм хәл иткәнегеҙ өсөн оло рәхмәтемде белдерәм. Хәҙер улыбыҙ күп ауырлыҡтарҙы еңеп сығасаҡ”, – тине.
“Ауырыуҙарға ярҙам итеү мәсьәләһе, бигерәк тә был балаларҙың сәләмәтлегенә ҡағылһа, тәү сиратта хәл ителергә тейеш. Беҙҙең һайлаусыларҙың проблемаларын еңеп сығыу өсөн төрлө юлдар эҙләү мөһим. Власть вәкилдәре, йәмәғәт, мәрхәмәтлелек ойошмаларының бергә эшләүе бигерәк отошло булыр ине. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең илдә бындай мөмкинселек тулыһынса файҙаланылмай. Шул уҡ ваҡытта республикабыҙҙа хәйриә фондтарының әүҙем эшләүе күҙәтелә башланы. Был йәмәғәт тормошона ла күтәренке кәйеф өҫтәй”, – ти Сәлиә Мырҙабаева.
Депутаттың киләсәктә лә халҡыбыҙ мәнфәғәтенә тырышып эшләүен теләргә генә ҡала.
Г. САЛИХОВА әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.