25 июл. 2012 г.

БОРСОУЛЫ ХӘЛ

     УҢЫРБЫҘМЫ, ТУҢЫРБЫҘМЫ?..

    
     Үткән йома БР Хөкүмәте Премьер-министры А.Ф. Илембәтов  етәкселегендә үткән республика видеоселектор кәңәшмәһендә аномаль эҫелек һәм аяуһыҙ ҡоролоҡ менән бәйле 18 районда ғәҙәттән тыш хәл индерелде.
 

     Кәңәшмәлә Азамат Фәттәх улы кире бәйләнештә ҡайһы бер район хакимиәттәренән урындарҙағы хәлдәрҙе һорашты. Үҙенең сығышында муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов ҡоролоҡ менән бәйле ауыл хужалығында хәлдең киҫкенлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Аномаль температура режимы арҡаһында бөгөн районда атмосфера, тупраҡ ҡоролоғо, ҡыуан ел күҙәтелә, был иһә үҫемлекселек тармағын ауыр хәлгә ҡуя, – тип билдәләне Илшат Хәмит улы. – Ҡоролоҡ арҡаһында 68800 гектарҙағы иген культураларының 58900 гектары, йәғни 85 проценты, йыйыуға яраҡлы. Тимәк, 10 мең гектарҙағы ашлыҡ һәләк булған. Әммә эҫе көндәр, яуым-төшөмдөң булмауы арҡаһында был майҙандарҙың көндән-көн артыуы мөмкин. Июлдә, мәҫәлән, 15,5 мм ғына яуым-төшөм булған, был нормаға ҡарата ни бары 31 процент.
 
     Ҡатмарлы һауа шарттары мал аҙығы әҙерләүгә лә кире йоғонто яһай. Бесәндең төшөмө гектарынан ни бары 2-3 центнер тәшкил итә. 10 мең 100 гектарҙа сәселгән бер йыллыҡ үләндәрҙең – 53, силос культураларының 51 процентынан ғына ниндәйҙер күләмдә аҙыҡ йыйып алырға мөмкин. Ҡалған баҫыуҙар күптән инде янып-ҡатып бөткән. Район хужалыҡтары буйынса аҙыҡ балансын алдан күҙаллауҙарға ҡарағанда, быйыл шартлы һәр баш малға ҡарата, фуражды иҫәпкә алмағанда, 15,5 центнер аҙыҡ берәмеге туплай алырбыҙ, моғайын. Үткән йылдан артып ҡалған мал аҙығын иҫәпкә алғанда, һәр башҡа ҡарата уртаса 18 центнер аҙыҡ берәмеге тупланырға тейеш”.
 
     Ысынлап та, ауыл хужалығында хәл бик ҡатмарлы. Быйылғы ҡоролоҡ 2010 йылдағынан да хәтәрерәк. Ярай әле, элекке йыл июль айында көслө ямғырҙар яуып үтте, был малсылыҡ тармағын һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индерҙе. Ә бит быйыл нисә ай инде тәбиғәт йүнле яуым-төшөм күргәне юҡ. Ямғыр булмау арҡаһында һуңғы йылдарҙа йылға-шишмәләрҙең күпләп ҡороуы күҙәтелә. Бөгөн, мәҫәлән, малды көтөү үҙе бер ҙур проблемаға әүерелеп бара. Әйткәндәй, Башгидрометүҙәк начальнигы Анна Казаева әйтеүенсә, яҡын арала ямғырҙар көтөлмәй, эҫе һауа торошо дауам итәсәк. Был иһә йыл да аяуһыҙ ҡоролоҡтан интеккән аграрийҙарҙы ауыр хәлгә ҡуясаҡ.
 
     Үткән аҙнала Урал аръяғындағы ҡатмарлы һауа шарттарына бәйле киҫкен хәл менән танышыу маҡсатында районда БР ауыл хужалығы министры, уның урынбаҫарҙары булып китте. Улар урындарҙағы хәл-торош менән танышты.
 
     Райондың ауыл хужалығындағы ситуация, әйтеп үтелгәнсә, бик киҫкен. Әммә бар нәмәне ҡоролоҡҡа һылтау дөрөҫ булмаҫ ине. Ауыл хужалығы бүлеге белгестәре билдәләүенсә, күп проблемалар предприятие етәкселәренең тармаҡты яҙмыш ҡарамағына ташлауынан ғибәрәт. Был факт. Сөнки бөгөн беҙ тейешле технологиялар, сәсеүҙе оптималь сроктарҙа үткәреү, баҫыуҙарға минераль, органик ашламалар индереү, яңы алымдар ҡулланыу кеүек төшөнсәләрҙе оноттоҡ. Шул уҡ сәсеүҙе алайыҡ. Ул беҙҙә, йылдағыса, айға тиклем һуҙылды. Ә бына Ленин исемендәге АХК иртә яҙ менән кәрәкле агротехник сроктарҙа яҙғы баҫыу эштәрен атҡарып сыҡты һәм отто ла. Бөгөн хужалыҡ коллективы артығы менән мал аҙығы әҙерләп һалырына шикләнмәй. Фуражы ла, игене лә етәсәк. Ужым арышы, мәҫәлән, гектарынан 13,4 центнер уңыш биргән. Донник, судан үләнен икенсегә сабырға йыйыналар. Һуңғыһынан, әйтәйек, гектар ҡеүәте 80 центнер тәшкил иткән. Ә кукуруз баҫыуҙарынан кәм тигәндә 100 центнер уңыш көтөлә.
 
     Тармаҡты үҫтереү йүнәлешендә маҡсатлы эшләгән “Рассвет” АХК-һында ла хәлдәр башҡаларға ҡарағанда күпкә яҡшы. Кооператив ҡышҡа яҡшы әҙерлек менән инәсәк, ашлығын да йыйып аласаҡ. Ужым арышы, мәҫәлән, унда гектарынан 10 центнер төшөм бирә. Мал аҙығы культураларының да торошо насарҙан түгел. Әйткәндәй, хужалыҡ, Ленин исемендәге АХК кеүек, техник потенциалды маҡсатлы нығытыуҙы дауам итә. Ошо көндәрҙә генә ул 2 берәмек өр-яңы МТЗ-82.1 тракторы, ПФ-1 тейәгесе һәм химик утау өсөн ике һиптергес һатып алған. Бына кемдәрҙән үрнәк алырға кәрәк беҙгә?!
 
     Мал аҙығы әҙерләү бер нисә айға һуҙылған кеүек, ураҡҡа ла хужалыҡтар бик әкрен тотона. Эштәрҙе ваҡытында ойоштормау арҡаһында күп хужалыҡтарҙа миҙгелле эштәр өсөн яғыулыҡ-майлау материалдары етешмәй, мәлендә эш хаҡы түләмәү сәбәпле механизаторҙар алтынға бәрәбәр була бара. Техника-агрегаттар тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Ужым арышы, һоло, борсаҡ баҫыуҙары  урып-йыйыуға әҙер булыуына ҡарамаҫтан, аграрийҙар ҡыбырларға ашыҡмай. Кисәге көнгә алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, районда иген культуралары 644 гектарҙа сабылған, 215 гектарҙа һуғылған, гектар ҡеүәте – 12,9 центнер. Ураҡ эштәре Ленин исемендәге, “Рассвет”, “Аҡморон” АХК-лары, “Йылайыр” ЯСЙ-һы, “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе, МТС та бара. Башҡа хужалыҡтар Хоҙай әмерен көтә, күрәһең. Ә иң күп мал аҙығы Ленин исемендәге (һәр баш малға ҡарата 12,2 ц), “Рассвет” (6,6 ц) һәм “Союз” (5,9 ц) хужалыҡтарында тупланған.
 
     Нисек кенә булмаһын, беҙгә бар көстө мал аҙығы әҙерләү һәм урып-йыйыу эштәренә йүнәлтеү мөһим. Ә аграрийҙарға, ҡоролоҡ менән бәйле киҫкен хәлде иҫәпкә алып, дәүләт ярҙамы буласаҡ. Һәләк булған ауыл хужалығы культураларын үҫтереүгә киткән сығымдарҙы ҡаплау өсөн Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан ике аҙна эсендә тейешле документтар ҡабул ителә.
 
     Азамат МӨХӘМӘТШИН.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.