6 июл. 2012 г.

Кәңәшмәләр

Документһыҙ объект –объект түгел


Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәге бер кемгә лә сер түгел. Ошо сара айҡанлы ҡалалағы байтаҡ ҡына биналарҙың ремонтланасағы, төҙөкләндереләсәге, яңы объекттар төҙөләсәге тураһында алдан хәбәр иткәйнек инде. Ысынлап та, беҙҙә быға тиклем булмаған Никах йорто, ҡала уртаһындағы быуа аша аҫылмалы күпер үҙе генә ни тора?!

Әлеге ваҡытта ҡала бу-йынса төҙөләсәк һәм төҙөкләндереләсәк объекттар билдәләнгән һәм проект-смета документтары әҙерләнә. Шул документтарға нигеҙләнеп, республика һәм район бюджетынан маҡсатлы аҡса бүленәсәк икәнлеге һәр кемгә аңлашылалыр, моғайын. Тик бына планға индерелгән биналарҙың күбеһенең тейешле документтары булмауы йәки уларҙың ваҡыты сығыуы бар эшкә аяҡ сала.

Шишәмбелә мәғариф бүлегенең ултырыштар залында үткән кәңәшмәлә тап ошо һорауҙар күтәрелде. Ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы И.Ә. Бураншин кәңәшмәне асып, ҡалабыҙҙың 75 йыллығын билдәләү буйынса юбилей саралары, был хаҡтағы Башҡортостан Республикаһы Президентының 2011 йылдың 11 ноябрендәге 628-се Указы, башҡарылырға тейеш эштәр һәм уларҙы тормошҡа ашырыуға кәртә булып торған проблемаларға туҡталды. Алда әйтеп үтелгәнсә, юбилейға әҙерлек саралары сиктәрендә төҙөкләндереләсәк күсемһеҙ милек объекттарының һәм улар биләгән ер участкаларының техник паспорттары, башҡа документтары юҡ йәки уларҙы төрлө сәбәптәр арҡаһында ҡайтанан эшләтергә кәрәк. Шул документтар, йәғни нигеҙ булмай тороп, республика етәкселеге маҡсатлы рәүештә финанс бүлә ал-маясағын һыҙыҡ өҫтөнә алды Исмәғил Әхмәт улы.
 
Артабан муниципаль район хакимиәтенең күсемһеҙ милек буйынса комитет рәйесе Р.В. Рәхимғолов сығыш яһап, документтар юллауҙың үҙенсәлектәре менән ентекле таныштырҙы. Ул кәңәшмәгә йыйылыусыларға муниципаль, республика, федераль милектәге бина һәм ер участкалары өсөн ниндәй документтар йыйырға, улар өсөн күпме түләргә кәрәк-леген, кемдәргә милектең оператив йәки хужалыҡ итеү өсөн биреләсәген, ағымдағы йылдың 1 июленән ҡануниәттәге үҙгәрештәрҙе тәфсирләп аңлатты, һорауҙарға яуап бирҙе.
 
Дөйөм алғанда, ҡалабыҙҙың күркәм юбилейына тиклем ваҡыт аҙ ҡалды. Шуға ла был датаны ҙурлап, урын-еренә еткереп үткәреү өсөн һәр эште ваҡытында башҡарыу мөһим. Ошоно иҫәпкә алып, ойошма-учреждениеларға тейешле документтарҙы юллау өсөн өс ай ваҡыт бирергә тигән тәҡдим булды.
 
Сәлимә Кейекбирҙина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.