6 июл. 2012 г.

ЮХХДИ иҫкәртә

Штрафтар күләме артты


2012 йылдың 1 июленән йылылыҡҡа, газға, электр энергияһына хаҡтар күтәрелеү менән бер рәттән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусы автомобилистарға ҡарата штрафтар ҙа артты.

Туҡтау һәм транспортты ҡалдырыу ҡағиҙәләрен боҙған осраҡта:

  1. Йәйәүлеләр өсөн юл аша сыға торған урында йәки уға тиклем 5 метр яҡынлыҡта, шулай уҡ махсус тамға ҡуйылмаған тротуарҙа туҡтаған өсөн штраф – 1000 һум (элек 300 һум ине);
  2. Йәмәғәт транспорты туҡталышында йәки уға 15 метр яҡынлыҡта туҡтаған өсөн штраф – 1000 һум (элек 100 һум ине);
  3. Трамвай юлында йәки автомобиль юлының тәүге рәтенән һулдараҡ туҡтаған өсөн штраф – 1500 һум (элек 100 һум ине);
  4. Тамғаларҙы йәки юлдағы һыҙыҡтарҙы инҡар итеп туҡтаған өсөн штраф – 1500 һум (элек 300 һум ине);
  5. Башҡа транспорт сараларына ҡамасау тыуҙырған йәки тоннель эсендә туҡтаған өсөн штраф – 2000 һум (элек 300 һум ине);
  6. Туҡтау һәм ҡуйып китеүҙең бүтән ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф – 300 һум (элек 100 һум ине);
Хәрәкәт:
  1. Йәмәғәт транспорты өсөн махсус һыҙатта хәрәкәт иткән йәки туҡтаған өсөн штраф – 1500 һум (элек 300 һум ине);
  2. Йорттар араһында йөрөүҙең ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф – 1500 һум (элек 500 һум ине).
Тонировка менән мауығыусыларға ла штраф ҡаралған. Ҡараңғылатылған тәҙрә өсөн яза үтә лә ҡаты: закон буйынса штраф түләүҙән тыш, машинаның теркәү номерҙарын алыу ҡарала. Был инде машина менән йөрөүҙе сикләү тигән һүҙ. Шулай ҙа водителгә тонировканы алыу өсөн бер тәүлек ваҡыт бирелә.

С. Фәритова әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.