27 июл. 2012 г.

Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы

Ауылдаштарына өлгө булып


Була бит шундай өйҙәр – әллә ҡайҙан иғтибарҙы үҙенә тартып,  ылыҡтырып, ымһындырып торалар. Үҙенең бөхтәлеге, күркәмлеге менән айырылып тороусы “Өлгөлө йорт” хужаларын күреп китеү теләге көслө булһа ла, уларға инеп сығыуҙы ваҡыт тығыҙлығы арҡаһында гел дә һуңға ҡалдыра килдем. Бына, ниһайәт, мин уларҙа ҡунаҡта.

Ғаилә башлығы Сәхиулла олатай баҡса менән булыша ине. Зөлхизә инәй ҙә, олатай ҙа бик ныҡ шатланды. Табын артында һөйләшкәндә шуға иғтибар иттем: улар үҙе тураһында түгел, ә бер-береһе хаҡында кинәнеп бәйән итәләр. Сәхиулла Танһыҡҡужин ошо ауылдыҡы.
– Беҙ эшләгән мәлдә колхоз алдынғылыҡты бирмәне. Күсмә Ҡыҙыл Байраҡ гел дә Үрге Яйыҡбай фермаһына бирелер ине. 46 йыллыҡ эш стажымдың 30 йылын етәксе булып эшләнем. Халыҡты ойоштороу еңелдән түгел. Ауылдаштар өмәләргә дәррәү сыға ине. Кесерткән сабыу, бесән өмәһе, һарыҡтарға, быҙауҙарға миндек бәйләү тиһеңме – нуғайҙарға етеүсе булманы, – тип хәтерләй хеҙмәт ветераны.
Тәбиғәттән бирелгән етәкселек һәләтең булмаһа, башҡаларға үҙең үрнәк булып тормаһаң, халыҡ араһында абруйың юҡ икән – һин ниндәй етәксе инде?! Ә Сәхиулла Танһыҡҡужинда был сифаттар, ойоштороу һәләте – булмышында. Хоҙай тарафынан бирелгән бик һирәктәргә эләгә торған гүзәл сифаттыр! Шуға ла донъяһы ла, ғаиләһе лә башҡаларға үрнәк булып торорлоҡ итеп йәшәргә тырышҡан. Бөгөн дә урам тултырып баҡса үҫтерәләр,  һарайҙа мал-тыуар,  урамда ҡош-ҡорт. Күҙ теймәһен!
Улар Зөлхизә инәй менән 1958 йылда өйләнешә. Шунан алып ярты быуаттан ашыу бергәләр. Зөлхәбирә, Рәйлә, Камилға матур тәрбиә бирҙеләр, уҡытып кеше иттеләр. Улар ҙа ата-әсәһе йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Дүрт ейән-ейәнсәрҙәре, Искәндәр исемле бүләләре үҫеп килә икән.
...Һуғыш башланғас, Зөлхизә инәйҙең атаһы Мөхәмәт фронтҡа китә. Әсәһе балалары Йосоп, Хызыр, Айса, Яхъя, Зөлхизә һәм ҡарынында тыуасаҡ улы Юныс менән тороп ҡала. Аталары һуғыштан ҡайтмай.
– Бик ыҙалап йәшәнек. Беҙ Яхъя менән өләсәйебеҙ Затаға ҡыш көнө, аяҡ кейеме булмағас, ялан аяҡ йүгереп барабыҙ. Кейем юҡ. 3-сө класты саҡ бөттөм. Әсәй ырҙын тырнарға сығып китә. Шул емде йыуып, елгәреп ашата. Көҙ булһа, ураҡ ура. 1-2 ус бойҙай йәшереп алып ҡайтыр ине. Ул ваҡытта ҡарауыл ныҡ көслө булды. Нурислам Йәһүҙин, Хәлфетдин Монасипов берәр килограмм бойҙай өсөн төрмәлә ултырып ҡайтты, – тип күҙ йәштәре аша хәтерләй ул бала саҡ йылдарын.
Башҡаларға фәһем булһын өсөн уның һөйләгәндәрен тулыһынса бирергә булдым.
– Кинйәбикә менән Заһира ат ҡарай, ә беҙ Мәғфирә менән башмаҡ көттөк. Ҡыйҙы үҙебеҙ ташып түктек. Элек ат һарайы булды. Шунан иген ташларға ҡуштылар. Билал Фәйзуллин, Хәсән Ишҡыуатов, Яхъя, Ғәбделварис Танһыҡҡужиндар менән бергәбеҙ. Игенде тоҡтан йәшниккә тултырабыҙ. Еүеш иген ауыр. Елкәләр сейләнеп бөтә ине. Ырҙынға ат менән алып барып ауҙарырға кәрәк. Шул йылды Шәмсениса Мусина менән ҡырҡ тана алдыҡ. Сәлимә Йәнтүрина ҡул менән һыйыр һауҙы. Ҡыш етә килә таналар быҙауларға тотондо. Икебеҙгә айырып алдыҡ. Һәр быҙауҙы септәгә һалып, ауылға һөйрәп алып киләбеҙ. Зата өләсәйемдең өйөндә ун быҙау булып китте. Йосоп ағайым бригадир ине, өләсәй уны йәлләп бер һүҙ ҙә өндәшмәй. Шунан бер өйгә ҡыш өҫтөнән мейес сығарып, быҙауҙарҙы шунда күсерҙек. Һөттө Бикешкә ат менән ташынылар. 1958 йылда быҙаулаған 40 тананы Үрнәккә ҡуштылар. Нуриәхмәт ҡайным менән Мәлек Ҡулғарин көтөү көттөләр, – тип хәтирәләр ебен тағата ул. Телгә алған кешеләрҙән берәү ҙә иҫән түгел инде. Алты бала араһында иҫәне – Зөлхизә инәй генә.
Зөлхизә инәй 1966 йылда имсәк бала менән һауынсы булып китә. Уның менән бергә Әсҡәп Рахманғолова, Зәбирә Ырыҫҡужина, Хәфизә Рахманғолова, Менәүәрә Ишҡыуатовалар эшләй. 1967 йылда яңы фермаға күсәләр. Тырышлыҡ үҙ емештәрен килтерә. Һауым буйынса гел юғары күрһәткестәргә эйә булып, Өфөлә колхозсылар съезында ҡатнаша, 1969 йылда Баймаҡ районынан бер үҙе Мәскәүҙә үткән III Бөтә Союз колхозсылар съезына делегат итеп һайлана, миҙал менән бүләкләнә. Егәрле һауынсы 40 йылға яҡын яратҡан эшен ташламай. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, хеҙмәт ветераны миҙалдары менән бүләкләнә, башҡа юбилей наградалары ла бихисап.
Зөлхизә һәм Сәхиулла Танһыҡҡужиндар алтын туйҙары уңайынан Президент Хатына һәм бүләгенә лә эйә булғандар. Ул саҡтағы Президент Мортаза Рәхимов имзаһы менән ҡуйылған Хатта ошондай юлдар бар:
– Ярты быуат иңгә-иң терәп үткән оҙон һәм һоҡланғыс ғүмер юлығыҙ һис шикһеҙ оло ихтирамға һәм иғтибарға лайыҡ. Изгелек һәм сабырлыҡ, ҡуйған маҡсаттарығыҙға ынтылып йәшәүегеҙ, туған Башҡортостанға тоғро хеҙмәт итеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Хеҙмәт кешеһе өсөн ошонан да ҙур баһаның булыуы мөмкинме һуң?!
“Ғаилә бәхетенең сере ниҙә?” – тигән һорауыма хужа: “Бер-береңә ихтирам, ышаныс”, – тиһә, хужабикә: “Оло һөйөү һәм алдашмау” , – тип өҫтәне. Ысынлап та, ғаилә бәхетен ярты быуаттан ашыу ҡәҙерләп һаҡлау – үҙе ниндәй батырлыҡ!
Ә Зөлхизә һәм Сәхиулла Танһыҡҡужиндар ошо хазинаға лайыҡ. Ул хазина күптәргә тәтемәй. Мөхәббәт тип атала ул!
Бөтә ауылдаштар исеменән ошо күркәм йорт хужаларына бәрәкәтле тормош, ныҡлы һаулыҡ, йәштәргә, башҡаларға үрнәк булып, “Өлгөлө йорт”та тағы ла оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйем.
Эштә уңған, дәртле,  намыҫлылар,
Тормош ҡәҙерен белә  яҡташтар.
Шуға бөгөн йөрәк  түрҙәремдән
Яуһын әйҙә рәхмәт-алҡыштар!
Зилә Ғәйетҡолова.
Үрге Яйыҡбай ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.