11 июл. 2012 г.

Кәңәшмәләр


Көн ҡаҙағында – техниканы ураҡҡа әҙерләү

Һауа торошондағы аномаль эҫелек һөҙөмтәһендә иген быйыл иртә өлгөрә. Шулай ҙа миҙгелле эштәрҙең иң мөһиме – ашлыҡ йыйыуға бар нәмә лә, шул иҫәптән техника ла, әҙер булырға тейеш. “Урал аръяғы МТС-ы” ДУАХП-һының Баймаҡ филиалы нигеҙендә иген йыйыу комбайндарына даими дәүләт техосмотрын ойоштороу һәм үткәреү буйынса үткән семинар-кәңәшмәлә тап шуға иғтибар бирелде. 
 
Уны Башҡортостан Республикаһының Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы ойошторҙо. Кәңәшмәлә БР Гостехнадзор инспекцияһы начальнигы урынбаҫары И.М. Шакиров, Урал аръяғы райондарының дәүләт техник надзор инспекциялары начальниктары, муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Р.Р. Әбүбәкиров, “Урал аръяғы МТС-ы” ДУАХП-һы етәксеһе И.А. Хәсәнов, МТС-тың Баймаҡ филиалы директоры А.Р. Хөсәйенов һәм башҡалар ҡатнашты.
Семинар барышында төп иғтибар техниканың әҙерлегенә, инженер хеҙмәттәрҙең сифат, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә бирелде. И.М. Шакиров та быны айырым билдәләп үтте.
Предприятиеның иген йыйыу техникаһы тиҙҙән Өфө яны райондарына ебәреләсәк. Шуға ла комбайндарҙы дөйөм ҡулланылышлы юлдарҙан күсергәндә ЮХХДИ, инженер-техник состав менән оҙатылып барыуы юл-транспорт фажиғәләрен булдырмауҙа төп роль уйнауы һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Техниканың кадрҙар менән комплектланыуы, был эшкә БДАУ студенттары ла йәлеп ителәсәге белдерелде. Йыйылыусыларға уңыш йыйыу башланғанға тиклем бөтә техникаға тикшереү үткәреү тураһында әйтелде.
Семинарҙа ҡатнашыусылар был көндө шулай уҡ Урал аръяғы МТС-ының Баймаҡ филиалында булды. Унда “New Holland CS 600” комбайны өлгөһөндә техосмотр тәртибе күрһәтелде. Операторҙың документтары, медицина белешмәһе барлығы, яҡтылыҡ приборҙары, руль идараһы, тормоз системаһы, төтөнөндәге зарарлы матдәләрҙең миҡдары, хәүефһеҙлек блокировкалары махсус контроль карта буйынса тикшерелде. Комбайндың иген һуғыу агрегаттарының герметик булыуы ла ҡаралды. Был иһә иген юғалтыуҙар булмаһын өсөн эшләнә. Тағылма ҡулайламаһына айырыуса иғтибар ителде. Күсергәндә транспорт режимында тағылған урғыс ысҡынып юл-транспорт фажиғәләренә сәбәпсе булмаһын өсөн был узелдың төҙөк, һаҡлау трослы булыуы мөһим.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар һуңынан предприятиеның Баймаҡ филиалы комбайндарына техосмотр үткәреүҙә ҡатнашты. Әйткәндәй, унда был төр техника 50 берәмек тәшкил итә (Баймаҡ бүлексәһендә – 35, Йылайырҙа – 15).
Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Автор фотоһында: техосмотрҙан күренеш.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.