4 июл. 2012 г.

Яңы китап сыҡты

Нәҫел тамырҙарын барлап


Һуңғы 15 – 20 йыл эсендә район халҡында үҙ тамырҙарын юллап тикшереү, шәжәрәләрен төҙөү, тыуған төбәктәренең тарихы менән ҡыҙыҡһыныу артты. Һәр кемгә тыуған-үҫкән төбәге, ер-һыу атамалары, алыҫ ата-олаталары ерегеп әллә күпме быуын кисергән ҡан-ҡәрҙәштәр төйәге күңеленә яҡын һәм ғәзиз. Кешене тормош елдәре ҡайҙа ғына ташламаһын, уның күңелендә тыуған ере үҙенең бөтә хозурлығы, барлыҡ нескәлектәре менән ғүмере буйына һаҡлана. Быны беҙ урындағы крайҙы өйрәнеүселәр тарафынан яҙылған ауылдар тарихы тураһындағы китап һәм брошюраларҙан күрәбеҙ.

Күптән түгел – ағымдағы йыл башында Сыңғыҙ ауылы уҙаманы Барый Хәлфетдин улы Туйсин үҙ ауылы тураһында төҙөгән китабын нәшер иттерҙе. Ул “Нәҫел тамырым – ауылым тарихы” тип атала.
Б.Х.Туйсин 2011 йылда шәжәрәләр төҙөү буйынса республикала үткәрелгән конкурста “Быуындар сылбырының тарихи дөрөҫлөгө” (“Историческая достоверность родословной”) номинацияһында дипломант булды.
Барый Хәлфетдин улы үҙенең аңлы хеҙмәт дәүерен ябай колхозсы булып башлай. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Махсус белем алғас, колхоз агрономы, совхоз бүлексәһе идарасыһы, Коммунистар партияһының район комитеты инструкторы, тәүге партия ойошмаһы секретары, ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе һәм сельпо идаралығы рәйесе вазифаларында эшләп, ҡайҙа ғына булмаһын, үҙен тырыш, тоғро, намыҫлы етәксе, шул уҡ ваҡытта кешеләргә иғтибарлы, ярҙамсыл иптәш итеп күрһәтте.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та, көсөнән килгән тиклем тырышып тыуған ауылы тарихын барлай, ауылдаштарының нәҫел тамырҙарын юллап шәжәрәләрен асыҡларға һәм нәҫел-нәсәп сылбырын төҙөргә булышлыҡ итә. Боронғо документтарҙы табыу өсөн республика дәүләт һәм гражданлыҡ хәле акттарын теркәү (ЗАГС) архивтары материалдарында оҙайлы ваҡыт эҙләнеү талап ителә. Шуға ҡарамаҫтан, Барый Хәлфетдин улы китабында үҙ ауылындағы 82 ғаиләнең шәжәрәһен килтергән.
Шәжәрәләрҙән тыш, Барый уҙаман китабының бер бүлегендә дини йолаларҙы атҡарыу менән бер рәттән яҡын-тирә ауылдар: Сыңғыҙ, Мөхәммәт ауылдарының 1881 – 1888 йылдарҙағы, Мерәҫ, Таналыҡ, Абдрахман ауылдары халҡының 1860 – 1894 йылдарҙағы гражданлыҡ хәле тураһындағы мәсет яҙмалары килтерелгән. Унда үрҙә күрһәтелгән ауылдарҙа никах, тыуым, үлем хәлдәре күрһәтелгән. Ул хәлдәр Әбделмөкмин ауылындағы баш мәсеттә (собор мәсете) теркәлеп барған. Был эште алып барыусы имамдар – Хөснетдин Хисаметдинов, Нәбиулла Мортазин, Шәмғун Салауатов, Муса Исмәғилев, Мирхәйҙәр Ғәле, Ғимаҙетдин Сырлыбаевтар дөрөҫләп ҡул ҡуйған.
Китап бай мәғлүмәтле. Унда Сыңғыҙ ауылы тирәләй ер-һыу атамалары, төрлө йылдарҙа ауылда халыҡ һаны динамикаһы, хужалыҡ итеү торошо яҡтыртылған. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып еңеү яулап ҡайтҡан ауылдаштары, ил өсөн яу ҡырында ҡорбан булғандар исемлеге һәм башҡа мөһим мәғлүмәттәр бирелгән.
Б.Х.Туйсин был китаптағы документаль мәғлүмәттәре менән район тарихын сағыуыраҡ яҡтырта төштө һәм Сыңғыҙ, Мерәҫ, Абдрахман ауылдары халҡы өсөн ҙур рухи бүләк эшләне.
Әмир Сәйғәфәров, Почетлы крайҙы өйрәнеүсе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.