2 июл. 2012 г.

“ЙӘШЕЛ УРАҠ”

   “Мал аҙығын етерлек тупларға мөмкин”     – тип белдерә “Рассвет” АХК-һы эшсәндәре


     Районда ауыл хужалығы предприятиелары мал аҙығы әҙерләүҙе дауам итә. Көндәрҙең эҫе тороуы, яуым-төшөмдөң етерлек булмауы, ҡоротҡос бөжәктәрҙең “һөжүме” был эштә ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Кисәге көнгә 3644 гектарҙа үлән сабылған, йәмғеһе 2832 тонна сенаж, 372,3 тонна бесән тупланған. 

     Мал аҙығы әҙерләүҙе “Рассвет” АХК-һы яҡшы һөҙөмтәләр менән алып бара. Әлеге ваҡытта кооператив эшсәндәре сенаж һала. Хужалыҡтың баш агрономы Р.Ғ. Рәсүлев белдереүенсә, быйыл сенаж запасы 1500 тонна буласаҡ. Бесән иһә 450-500 тоннаға етергә тейеш. Ошоға өҫтәп хужалыҡта былтырғы миҙгелдән ҡалған мең тоннаға яҡын сенаж запасы ла бар. Былар бөтәһе лә бикештәргә ҡышҡа ышаныслы инеү мөмкинлеге бирә.    
     Беҙ кооперативтың “Муйыллы” баҫыуына барып төшкәндә, унда донник үләнен сабыу бара ине. Уны МТЗ-80 тракторында тағылмалы “Дон Мар” сапҡысы менән Сергей Осипов башҡарһа, Әғзәм Әбилев “КСК-100” комбайнында бакуйҙарҙы йыя. Йәшел массаны сенаж соҡорона ташыуға водителдәр Михаил Рассадников (КамАЗ), Александр Гаврилов, Валерий Осипов, Максим Баскаков (ЗиЛ-130) йәлеп ителгән.
     Р.Ғ. Рәсүлев белдереүенсә, донник үләне ҡоролоҡ килгән йылдарҙа яҡшы страховка булып тора.
     Яуым-төшөм аҙ булһа ла донниктан йәшел масса күп сыға, – тип белдерҙе Радик Ғәйнислам улы. – Өҫтәүенә, уны мал яратып ашай, һөткә лә яҡшы тәьҫир итә. Әйткәндәй, сенажға беҙ ҡуҙаҡлы культураларҙы һалабыҙ.
     Баҫыуҙарҙың структураһына ҡарағанда, әле хужалыҡта 283 га донник, 76 га козлятник һәм 84 гектар эспарцет мал аҙығына тәғәйенләнгән. Сенаж әҙерләү алдағы 10 көн эсендә тамамланасаҡ, унан һуң бесәнгә төшәсәктәр.
     Сабылған һәм йыйылған йәшел масса сенаж соҡорҙарына алып барыла. Әйтергә кәрәк, көн дә 100-120 тонна буласаҡ мал аҙығы туплана. Тапатыуға К-700 һәм ДТ-175 “Волгарь” тракторҙарында Зөфәр Мәүлитов, Сергей Борисов һәм Александр Борисов йәлеп ителгән. Мал аҙығы туплау һәм һаҡлауҙың бар технологияһы ла үтәлә: “Байкал” әсеткеһе ҡулланыла, соҡорҙар ҙа артыҡ ҙур түгел. Улар һәр береһе 5 көн дауамында тултырыла һәм өҫтө полиэтилен япма менән ҡаплана. Сенажда һауа ҡалмаһын өсөн төндә лә тапатыу ойошторолған. Был эште Николай Цыплаков башҡара.  
     Хужалыҡта шулай уҡ 1700 гектарҙа химик утау, 380 гектарҙа химик ысул менән пар эшкәртелгән. Әйтергә кәрәк, агрегаттарҙың күпме ара үткәнен, эшен белеү өсөн GPS-навигатор ҡулланыла. Шулай уҡ был заманса техника иҫәп эшен алып барыуҙа ла ҙур ярҙамсы.
     Мал аҙығы әҙерләүселәрҙең эшен ярҙамсы подразделениеларҙың эшмәкәрлегенән тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Рита Кащеева етәкселегендәге ашнаҡсылар Галина Алексеева, Гөлфирә Бүләкәрова хеҙмәтсәндәрҙе көнөнә ике тапҡыр тәмле аш менән һыйлай. Агрегаттарҙы, автомашиналарҙы яғыулыҡ-майлау материалдары менән Петр Никитин ваҡытында тәьмин итә. Ремонт эштәрен үҙ мәлендә МТМ мөдире Сергей Ковалев менән инженер Александр Баскаков етәкселегендәге инженер-техник төркөм башҡара. Баҫыуҙарҙы мал тапауҙан һаҡлау эше яҡшы ойошторолоуын дә әйтергә кәрәк. Был эшкә объездчиктар Айытбай Тотманов менән Александр Гаврилов йәлеп ителгән.     
     Айбулат ИШНАЗАРОВ.
     Автор фотоһында: С.Осипов, Ә.Әбилев, В.Осипов.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.