13 июл. 2012 г.

Һорау—яуап

Байрам көндәрендә эшләһәң...


“Ял һәм байрам көндәрендә эшләгән  өсөн нисек түләнергә тейеш?”
Н. Баймаҡ ҡалаһы.

Һорауға район прокурорының өлкән ярҙамсыһы Т.Н. Соболева яуап бирә.
– РФ Хеҙмәт Кодексының 153-сө статьяһына ярашлы, ял һәм байрам көнөндә эшләү икеләтә түләнергә тейеш. Был эш күләменән түләү алған эшселәр, хеҙмәте сәғәтләп түләнеүселәр, хеҙмәт хаҡын айлап алыусыларға ла ҡағыла.

Ял, байрам көнөндә эшләгән өсөн түләүҙе коллектив йәки хеҙмәт килешеүе, норматив акт менән дә хәл итергә була.
Хеҙмәткәрҙең теләге буйынса, ял көнөндә эшләгән өсөн ул өҫтәмә көн алыуы мөмкин. Был осраҡта байрам, ял көнөндә эшләү икеләтә түгел, ә ғәҙәттәгесә түләнә.

Киң матбуғат саралары хеҙмәткәрҙәре, кинематография, теле-, видеотөшөрөү коллективтары, театр, концерт, цирк һ.б. шундай ойошмаларҙа эшләгән кешеләрҙең хеҙмәте өсөн коллектив һәм хеҙмәт килешеүе, локаль норматив акттарға ҡарап түләнә.
Шуны ла билдәләп китергә кәрәк, етәкселәр йыш ҡына был законды үтәмәй. Улар хеҙмәткәрҙәренең ял һәм байрам көндәрендә эшләгәне өсөн икеләтә хаҡ түләргә бурыслы икәнлеген “онота”. Кешеләрҙең ял көндәрендәге хеҙмәте өсөн мотлаҡ арттырып түләнергә
йәки премия итеп бирелергә тейеш.
Байрам көндәрендә эшләп тә, бының өсөн тейешле хаҡын алмаған граждандар етәксене суд аша яуапҡа тарттыра ала. Быға эштән һуң ҡалып эшләгән сәғәттәр ҙә инә. Шуға күрә үҙегеҙҙең хоҡуҡтарығыҙҙы белеп, хеҙмәтегеҙ өсөн закон буйынса тейешле кимәлдәге хаҡ алып йәшәгеҙ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.