25 июл. 2012 г.

 Яңылыҡтар

     Яңы рекорд ҡуйылды

     Ошо көндәрҙә Ырымбур ҡалаһы ипподромында үткән Бөтә Рәсәй ат спорты ярыштарында Иҫке Сибайҙан “А.Шөгөрөв” КФХ-һы Баймаҡ намыҫын яҡлап сығыш яһаны һәм ҙур еңеүҙәр яулап ҡайтты. Иҙел Бикбулатов идара иткән Мәҙинә ҡушаматлы сабыш аты 2400 метр араға уҙышыуҙа “Элита” призын яуланы. Был арғымаҡ дистанцияны 2,4 минутта үтеп, Рәсәй кимәлендә яңы рекорд ҡуйҙы. Ошо уҡ хужалыҡтың Ренуар Ремикс ҡушаматлы менге аты көсөргәнешле бәйгелә өсөнсө урынды алды.
    

     Күсмә семинар үтәсәк

     Ошо көндәрҙә ауыл биләмәләре башлыҡтарының сираттағы күсмә семинары Билал һәм Ҡолсора ауыл биләмәләрендә үтәсәк. Төп иғтибар төҙөкләндереү барышына, шулай уҡ мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында, ауыл клубтарында һәм башҡа социаль объекттарҙа алып барылған ҡышҡа әҙерлек эштәренә биреләсәк.
     Әйткәндәй,ауыл биләмәләрен төҙөкләндереүгә булған иғтибар кәмемәй, киреһенсә, арта ғына бара. Ошо арала ауылдарҙа урынлашҡан сауҙа, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү объекттары тикшереләсәк.
    

     “Трактор” операцияһы бара

     БР Хөкүмәтенең 896-р һанлы бойороғона ярашлы, 2012 йылдың 23 июленән 24 авгусҡа тиклем республикала үҙйөрөшлө машиналар һәм уларҙың тағылмаларын эксплуатациялағанда хоҡуҡ боҙоуҙы иҫкәртеү маҡсатында “Трактор” операцияһы үткәрелә. Был айлыҡ Башҡортостан Республикаһы Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы менән берлектә Эске эштәр министрлығының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһының дәүләт идаралығы тарафынан ойошторола.
    

     Уҡырға килегеҙ!

     Өфө китапхана эше һәм киң коммуникациялар колледжы “Китапхана эшен алып барыу”, “Идараны документтар менән тәьмин итеү һәм архив эшен алып барыу”, “Реклама” һөнәрҙәренә 9, 11-се класс нигеҙендә уҡырға саҡыра. Документтар 15 авгусҡа ҡәҙәр ҡабул ителә, имтихандар 17-һенән. 1-15 авгусҡа тиклем әҙерлек курстары үткәрелә. Белешмәләр өсөн телефон 8-347-228-47-77, сайт www.ukbdmk.ru. Колледждың адресы: Өфө ҡалаһы, Красноводская урамы, 18, “Кондитер фабрикаһы” туҡталышы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.