4 июл. 2012 г.

“Түңәрәк өҫтәл”

Ир ҡәҙерһеҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ


 Атайҙар бәҫе, уларҙың абруйы тураһында һуңғы ваҡытта йыш телгә алабыҙ. Ғаилә, бала тәрбиәләү хаҡында күберәк ҡатын-ҡыҙ халҡы һөйләй. Ә ир-егеттәр ошо хаҡта ниҙәр уйлай икән? Район китапханаһында йыйылған хөрмәтле атайҙар, ҡартатайҙар ир ҡәҙере, атай абруйын ҡайтарыу тураһында әңгәмә ҡорҙо. Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Л.Ҡ. Дәүләтшина: “Йәмғиәттә булған ҡайһы бер насар, йәмһеҙ күренештәргә атай һүҙе, фекере кәрәк. Шуға күрә бөгөнгө һөйләшеүгә беҙ районыбыҙҙың арҙаҡлы ир-егеттәрен саҡырҙыҡ”, – тине. Шулай итеп һүҙ –  хөрмәтле атайҙарға.  
Илдус Әдиф улы Зәйнуллин, район хакимиәте башлығы урынбаҫары:
– Ер шарының бер нисә илендә Халыҡ-ара атайҙар көнө киң билдәләнә. Байрам Рәсәйҙә лә иғлан ителеүенә ҡарамаҫтан, уның тураһында беҙ хатта белмәйбеҙ ҙә. Ниңәлер йәмғиәте-беҙ ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйҙәргә ҙур иғтибар бүлһә лә, ул ир-егет-тәрҙе урап үтә. Көҙгөһөн беҙ район атайҙар конференцияһын үткәрергә уйлайбыҙ. Бөгөнгө “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеү ошо мөһим сараға әҙерлек буласаҡ. Хәҙерге заман атайҙарын ниҙәр борсой? Ил яҙмышы атайҙар иңендә булыуын ир-егеттәребеҙ нисек аңлай? Ғаилә, бала проблемаһын хәл итер өсөн атайҙар ни эшләргә тейеш? Маҡсатыбыҙ ошо һорауҙарға яуап табып, конференцияла һөйләшеүҙе дауам итеү, тейешле ҡарарҙар ҡабул итеп, уны тормошҡа ашырыу. Мине, райондың балиғ булмағандар эше буйынса комиссия рәйесе булараҡ, ғаиләләрҙең күпләп тарҡалыуы, балаларҙың атай тәрбиәһен күрмәй үҫеүе борсой. Был ҡатмарлы күренештең нигеҙендә эскелек ята. Күптәр эшһеҙлеккә лә һылтана. Әммә “эш юҡ” тип зарланһалар ҙа, йәмғиәтебеҙгә табиптар, полиция хеҙмәткәрҙәре, эшселәр һ.б. етмәй бит. Тимәк, төп сәбәп эшһеҙлек түгел. Үҙенең кешелектән сығып барыуын: “Ҡатыным эсмәһә – мин дә эсмәҫ инем”, – тип аҡланыусыларҙы ла күңел ҡабул итмәй. Сөнки был ир һүҙҙәре түгел. Үкенескә ҡаршы, балаһынан баш тартҡан йәки уны өләсәй тәрбиәһенә ташлап киткән ҡатындар күбәйҙе. Икенсегә өйләнгән ирҙәрҙең тәүге никахтан булған балаларын онотоуы ла башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Сөнки атай кеше, ниндәй генә хәл килеп тыуыуға ҡарамаҫтан, үҙенең балаһынан баш тартырға, уны яҙмыш еленә ташларға тейеш түгел. Был ысын ир-егеткә бөтөнләй килешмәй. Шул уҡ ваҡытта арабыҙҙа ул һәм ҡыҙҙарын яңғыҙы тәрбиәләгән атайҙар ҙа бар. Кемеһенеңдер ҡатыны сабыйынан баш тартҡас, уны етем итмәй үҙе көтә, бәғзе берәүҙәр мәрхүмә булған ҡатыны рухы алдында яуаплылыҡ тойоп, балалары өсөн терәк-таянысҡа әүерелгән. Эйе, замана ҡатындары салбар ҙа кейә, машина ла йөрөтә, аҡса ла таба. Әммә һәр ғаиләне лә, ҡатынды ла ир кеше тоторға, яҡындарын төрлө яҡтан тәьмин итергә лә ул бурыслы икәнлеген оноторға ярамай.

Илшат Рәфҡәт улы Хисмәтуллин, I Этҡол мәктәбе уҡытыусыһы:
– Атай булыуы оло бәхет булыу менән бергә ҙур яуаплылыҡ та. Шулай ҙа ауырлыҡтарҙан уның ҡыуанысы күберәк. Никахтар тарҡалыуында, эскелектән тыш, бүтән сәбәптәр ҙә бар. Ул матди ауырлыҡты күтәрә алмау, хыянат, бер-береңде тыңларға теләмәү, үҙһүҙлелек... Һәр ғаиләнең үҙенең шатлыҡлы ваҡиғалары, йолалары күп. Мәҫәлән, беҙҙең ғаиләлә туй көнөбөҙ оло байрам. Уны беҙҙең ғаилә көнө тип иғлан иткәнбеҙ. Үҙебеҙ һәм балалар ғына матур итеп табын ҡорабыҙ (әлбиттә, хәмерһеҙ). Ғаилә ҡороуҙың ни тиклем яуаплы аҙым икәнен кескәй саҡтан өйрәтергә кәрәк. Беҙ ҙә улыбыҙ менән ҡыҙыбыҙға ғүмерлек юлдаш һайлағанда кешенең ниндәй сифаттарына иғтибар итергә кәрәклеген аңлатып барабыҙ. Был бик мөһим аҙым икәнен улар яҡшы аңларға һәм уйлап эш итергә тейеш. Юғиһә, ҡайһы бер парҙарҙың көн дә талашып-һуғышып йәшәүен, юҡ-барға ғауға сығарыуын күреп, ғүмерҙәрен заяға уҙғарыуҙарын йәлләп ҡуяһың.
Әсҡәт Шәфҡәт улы Фәйзуллин, Күсей урта мәктәбе уҡытыусыһы:
– Хәҙерге ваҡытта ир-егеттәр араһында ла: “Ауылда йәшәүе ауыр”, – тип зарланыусылар күбәйеп китте. Эйе, еңел түгел. Әммә шул уҡ ваҡытта хәлебеҙ шул тиклем мөшкөл тип зарлана алабыҙмы? Юҡ. Сөнки иғтибар итһәгеҙ, ауылда береһенән-береһе матурыраҡ, зауыҡлыраҡ, ҙурыраҡ йорттар ҡалҡа, ғаилә сит ил машинаһында ғына елдерә. Был тырыш кешеләрҙең ауылда ла яҡшы йәшәй алыуын дәлилләй бит.
Мансур Рамаҙан улы Алтынбаев, Мерәҫ мәктәбе директоры:
– Ғаилә – мәңгелек һорау ул. Шулай ҙа никахтың ныҡлығы атай абруйына бәйле. Беҙ ғаиләлә 10 бала үҫтек. Беҙҙең өсөн атайҙан абруйлыраҡ кеше булманы. Сөнки әсәйебеҙ нимә генә эшләһә лә, уның менән кәңәшләште, һәр саҡ “Атайығыҙ нимә әйтер?”, “Атайығыҙ нисек хәл итер”, “Атайығыҙҙан һорарға кәрәк” – тип әйтер ине. Әлбиттә, был ҡатын-ҡыҙҙың аҡылына, ғаиләне һаҡлауға булған теләгенә бәйле. Хәҙер беҙ атайҙарҙың бәҫе төшөүен күҙәтәбеҙ. Ә бит һуңғы һүҙҙе атай әйткән ғаилә генә ныҡ һәм бәхетле була. Никахтар тарҡалыуҙың сәбәптәренә килгәндә, өйләнешкәс тә йәштәрҙең матди һәм һүҙ ярҙамына мохтаж булыуын онотабыҙ. Ә бит уларға һәр саҡ терәк булырға әҙер торорға кәрәк. Нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан – егермеләме-ҡырҡтамы – бала-бала булып ҡала һәм ул ата-әсә ҡурсалауына мохтаж. Ғаилә йолаларын нығытыу, уларҙың берҙәмлеге өсөн мәктәптә ата-әсәләр университетын булдырҙыҡ. Ҡайһы бер ата-әсәләр, балаһы тураһында насар һүҙ ишетеүҙән ҡыйынһынып, мәктәпте урап үтә. Университетта беҙ уҡыусыларыбыҙҙың уңышы, уларҙың ҡаҙаныштары, һәр береһенең яҡшы сифаттары тураһында ғына һөйләйбеҙ. Шул рәүешле ата мәктәп тормошона йәлеп ителә, ул “балам тураһында ҡасан, нимә ишетәм” тип ҡурҡып та ултырмай.
Миңлеғәле Ишмөхәмәт улы Ғүмәров, Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы:
– Беҙ бар бәләлә эскелекте генә ғәйепләп өйрәнгәнбеҙ. Шул уҡ ваҡытта ир-егеттәрҙең ҡырылыуы уға ғына бәйлеме икән? Уйлап ҡарағыҙ, ҡатын-ҡыҙҙың һаулығын күҙәтеү өсөн нисәмә белгес-табип бар. Ә ир-егеттәрҙең сәләмәтлеге менән генә шөғөлләнгән врачыбыҙ юҡ. Статистик мәғлүмәттәргә күҙ һалһаң, илебеҙҙә малайҙар күберәк тыуа, әммә хаҡлы ялға яҡынлашҡанда ҡатын-ҡыҙҙар күберәк булып сыға. Хеҙмәткә яраҡлы йәштәге ирҙәрҙең вафат булыуы айырыуса аяныслы. Быға малайҙарҙың һаулығы кескәйҙән күҙәтелмәүе лә сәбәпсе. Шуға күрә улар араһында түлһеҙлек тә йышайҙы. Беҙҙең районға мотлаҡ ир-егеттәрҙең табибы—андролог кәрәк. Мин яңыраҡ Өфөлә медуниверститет үткәргән вакансиялар йәрминкәһендә булып ҡайттым һәм беҙгә был өлкәләге белгес килергә вәғәҙә бирҙе. Эйе, эскән килеш һәләк булыусылар, үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар тураһында беҙ күп һөйләйбеҙ. Ә уларҙы ҡотҡарыу өсөн ниҙәр эшләйбеҙ? Эскесенең ғүмере өҙөләсәген беләбеҙ, аҫылынасаҡ кеше лә бының тураһында алдан һөйләп йөрөй. Шул саҡта психологтар кәрәк. Уларҙың ярҙамы менән кешене ҡараңғылыҡтан сығарырға, уға йәшәүгә өмөт, дәрт биреү мотлаҡ.   
Артур Рафиҡ улы Кәримов, хәрби комиссариат хеҙмәткәре:
– Ысын ир-егет, яуаплы атай тәрбиәләү өсөн малайҙар хәрби-патриотик тәрбиә алырға тейеш. СССР заманында балаларҙы лидер, шәхес булырға өйрәтә торғайнылар. Хәрби әҙерлек дәрестәре лә юғары кимәлдә үтте. Сәйәсәт үҙгәреп, армияға кире ҡараш уяныу менән егеттәр ҙә һалдат тормошонан ҡаса башланы. Һуңғы осорҙа, хәрбиҙәрҙең эш хаҡы артҡас, хеҙмәт итергә теләүселәрҙең һаны артыуы күҙәтелә.
Фәйзулла хәҙрәт Сарин:
– Тәрбиәнең нигеҙе – дин һәм иман ул. Беҙ һуғыш ваҡытында етем үҫкән, үлән ашап тере ҡалған балалар. Әммә ул йылғы балалар ныҡ һәм сыҙам була. Атайһыҙ үҫһәм дә, әсәйем тураһында хәстәрлек күрергә, уны бәхетле итергә тырыштым. Аяҡҡа баҫҡас, тәүҙә әсәйемә өй һалдым, кейендерҙем, артабан үҙемә йорт ҡалҡыттым. Һөйөклө тормош юлдашым менән 4 бала үҫтерҙек. Һәр саҡ минең ҡатыным иң яҡшыһы тип йәшәнем. Олоғайған көнөгөҙҙә ҡәҙерле булыу өсөн ата-әсәйегеҙҙе ҡәҙер итегеҙ, артабан балаларығыҙҙы һөнәрле итегеҙ. Ошо хаҡта фәһемле риүәйәт тә бар. Бай улы бер ҡарттың ҡыҙын һоратырға килгән, ти. Тегеһе: “Ниндәй һөнәрең бар һуң?”, – тип һорағас, егет: “Ә нимәгә миңә һөнәр? Минең байлығым әллә нисә быуын балаларыма етерлек”, – тип яуап биргән. Әммә аҡыллы бабай ул ябай, әммә икмәклек һөнәр үҙләштергәс кенә уға ҡыҙын биргән, ти. Эйе, атай кеше – ғаиләһенең көтөүсеһе ул. Яҡындарының именлеге, бәхете атайҙар ҡулында.
Мифтахетдин Йәндәүләт улы Йәнбәков:
– Мин ғаиләмде тәьмин итеү теләге менән Себер яҡтарына сығып киттем. Сөнки балалар ҙурая, ә уларҙы кейендерергә лә, уҡытырға ла кәрәк ине. Үҙемде аҙыраҡ һынап ҡарайым әле, тип уйлаһам да, Себер тарафтарында 20 йылдан ашыу эшләнем. Хәҙер тыуған яҡтарға ҡайтып, үҙ эшемде астым. Әлбиттә,  ситтә эшләгән ир-аттарға тотороҡлолоҡ, тырышлыҡ, насар ғәҙәттәрҙән ары булыу мөһим. Шул саҡта ғына ул ғаиләһен тәьмин итеп тә, һаҡлап та ҡаласаҡ.
Марат Рамаҙан улы Билалов, Ҡуянтау ауылы:
– Ныҡлы ғаиләнең нигеҙе – шәжәрәңде белеү. Үҙ тамырҙарын белгән кеше менән генә туғанлашып булалыр тип уйлайым. Сөнки шул осраҡта ғына нәҫел ауырыуы, алама ғәҙәттәре быуындан-быуынға күсеп килгән кешеләрҙән ҡотолоп ҡалып була. “Эш юҡ” тип ситкә китеүселәрҙе аңламайым. Ундайҙарға кәңәшем – бал ҡорто тотоғоҙ. Мин хаҡлы ялға сыҡҡас, тәүге умарталарымды ҡуйҙым. Әлбиттә, бал ҡорто ялҡауҙарҙы яратмай, йоҡоно, кәйефһеҙ саҡтарыңды оноторға тура килә. Уның ҡарауы, был шул тиклем мауыҡтырғыс шөғөл. Килеме лә һәйбәт, ғаиләң дә һәр саҡ шифалы бал менән һыйлана.
Фәрит Әхмәтғәле улы Моратов, полиция начальнигы урынбаҫары:
– Бөгөн өлгөлө атайҙарҙың  йыйылыуы бик тә ҡыуаныслы. Әммә ир-егеттәргә уңған ғаилә башлығы булыу ғына аҙ. Ул атайһыҙ үҫкән балалар, йәшәгән урамы, ауылы, ҡалаһы өсөн дә яуаплылыҡ тота. Арабыҙҙа битарафлыҡ көслө булыуы көйөнөслө. Көмөшкә һаталар, уны балалар алып ағыуланалар йә иҫереп енәйәткә баралар, ә көмөшкәсегә бер һүҙ әйтеүсе юҡ. Ни өсөн бар ауыл, урам менән уның үлемесле кәсебен туҡтатыуын талап итмәҫкә? Полиция хеҙмәткәрҙәренең генә рейдҡа сығыуы аҙ, улар өлгөрә алмай. Иҫерек кешенең машина йөрөтөүен күрәләр, әммә өндәшмәйҙәр. Ә уның бит беҙҙең балаларҙы, яҡындарыбыҙҙы тапатыуы ихтимал. Көн һайын ирҙәрҙең ҡатынын туҡмауы тураһында егермеләп ғариза алабыҙ. Әммә балаһын, уның әсәһен рәнйеткән кешене лә туҡтатыусы юҡ. Күрше-тирә күрһә лә, өндәшмәй ҡала. Ә юл буйлап ҙур тиҙлектә йөрөгән скутерҙар! Ата-әсә балаһына бындай техника алып бирә икән, уға юл ҡағиҙәләрен дә аңлатырға тейеш. Беҙгә тәртип урынлаштырыу, балаларыбыҙҙы һаҡлау өсөн халыҡ дружинаһын тергеҙергә кәрәк. Бәләнең башы битарафлыҡ икәнен хәтерегеҙҙән сығармағыҙ.
Илфат Салауат улы Мырҙабулатов, “Баймаҡ урманы” ДУП-ы директоры:
– Бәхетле, йортонда именлек-тыныслыҡ булған кешеләрҙе шунда уҡ белеп була. Ул эшенә ваҡытында килә, өҫтө-башы таҙа, күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары. Бындай хеҙмәткәрҙең ҡатыны яҡшы, үҙ-ара мөнәсәбәттәре лә һәйбәт икәнлеге аңлашыла.  Эш мәсьәләһенә килгәндә, ир-егеттәр өсөн ул һәр саҡ бар. Теләгең, тырышлығың ғына булһын. Хәҙер бит ябай тракторсылар, урман ҡырҡыусыларҙы табып булмай! Беҙ яҡшы эшләгән эшселәргә иғтибар бүлергә, уларға матди яҡтан ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ. Етешһеҙлектәр тураһында күмәкләшеп йыйылып һөйләшеп алабыҙ, хатта “Крокодил” кеүек насар күренештәрҙе элеп алған стена гәзите лә сығарабыҙ. Ысын атай эшендә алдынғы хеҙмәткәр, йортонда хәстәрлекле хужа ул. Шулай уҡ ҡайһы бер атайҙарҙың бала тәрбиәләү тик ҡатындар эше тип ҡарауы аңлашылмай. Сөнки көтөп алынған сабыйы өсөн ир кеше ҙурыраҡ яуап тота. Юҡҡа ғына тәбиғәт уны көслө, ҡаҡшамаҫ рухлы итеп яратмаған бит.
Ғөмүмән, атайҙар “түңәрәк өҫтәл” артында бик күп проблемаларҙы күтәрҙе. Сит милләт вәкиленә кейәүгә сығыу, ҡарт буйҙаҡтар, ҡыҙҙарҙың тәртипһеҙлеге, ғаилә ҡайғы ғына түгел, шатлыҡлы минуттарын кисергәндә лә хеҙмәткәрҙәргә ял көнө биреү, районды белгестәр менән тәьмин итеү, йәштәрҙе тәрбиәләү... Баймаҡ ДРСУ-һы эшселәренең был сарала айырыуса әүҙем ҡатнашыуы, оло йәштәге ағайҙарҙың ғаилә ныҡлығы тураһында уйланыуҙары, балаларын яңғыҙы тәрбиәләгән Мансур Артыҡаевтың сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ир-егеттәр атайҙар посын булдырыу фекеренә лә дәррәү ҡушылды. Районыбыҙҙың билдәле аҡһаҡалы, судья С.М. Шараповтың: “Ир-егеткә бәхетле булыу өсөн һаулыҡ, яратҡан һөнәр һәм уңышлы өйләнеү генә кәрәк”, – тигән аҡыллы һүҙҙәре менән бар атайҙар ҙа килешкәндер тип уйлайым. Эйе, ил дилбегәһе һәр саҡ ирҙәр ҡулында булыуын онотмай, атайҙар ҡороноң киләсәктә лә уңышлы эшләүен теләйек.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Автор фотоһы. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.