2 июл. 2012 г.

ХӘТЕР

     Эшһөйәрлеге таң ҡалдырҙы...


     Әхәт Сыбарғошов Әбделкәрим ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Күмертауҙа экскаваторсы ярҙамсыһы булып эшләне. Ул йылдарҙа егеттәрҙе эшселәр рәтенә йыя торғайнылар. Әммә ағайымдың йәше тулмау сәбәпле, кире ҡайтарҙылар. Тик ул бирешә, юғалып ҡала торған кешеләрҙән түгел ине. Ең һыҙғанып ауылда эш башланы. 1951 йылда Ҡыуат ауылына локомобиль алып килеп, электр уты бирә башланылар. Уның өсөн бик күпте белергә, ырҙынға двигателдәр ҡуйып иген таҙартҡан машиналарға, пилорамаға, тирмәнгә лә утты һуҙырға кәрәк ине.

     Бер ҡайҙа ла уҡымаған, монтер булмаған кеше быларҙың барыһын да нисек эшләгәндер, хәҙер уйлап ҡарайым да, аптырап ҡуям. Бының өсөн үҙенә күрә талант, эшһөйәрлек кәрәк булғандыр, әммә Әхәт ағайҙан бер кем дә “белмәйем” тигән һүҙ ишетмәне. Ул тракторсы, электрик, иретеп йәбештереүсе, ағас оҫтаһы һ.б. күп һөнәрҙәргә эйә ине. Әхәт ағайҙың тик шоферҙар курсында уҡығанын ғына хәтерләйем.
     Эшһөйәр, көслө, һәр кем менән уртаҡ тел таба белгән кешене барыһы ла ихтирам итте. Бәхетһеҙлеккә, Әхәт ағай 48 йәшендә генә ҡырҙа ятҡан фермаға һыйыр һауыу аппаратын йүнәтергә китеп барғанда, аварияға осрап һәләк булды.
     Ул йылдарҙа ауылдың тормошон ошондай ябай кешеләр күтәрҙе. Уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙы еңеп сығырға ярҙам итте. Шуға күрә улар тураһында яҡты хәтирәләрҙе күңелебеҙҙә һаҡлайыҡ, туғандар!
     Әхмәт СЫБАРҒОШОВ.
     Сибай ҡалаһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.