23 июл. 2012 г.

АФАРИН!

Беҙҙекеләр һынатмай


    Яңыраҡ Владимир өлкәһенең Владимир ҡалаһында РФ Эске эштәр министрлығының йыйылма командалары араһында хәрби ҡоралдан (Макаров пистолеты, Калашников автоматы) атыу буйынса ярыш үтте. Ул йылына ике тапҡыр эске эштәр бүлектәре хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү, мәргәнлектәрен тикшереү маҡсатында ойошторола.

    Ярышта Рәсәй субъекттарынан бөтәһе 84 команда көс һынашты. Һөҙөмтәләр буйынса Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының кадрҙар буйынса өлкән инспекторы, подполковник Әсҡәт Ғарифуллин етәкселегендәге дүрт кешенән торған команда өсөнсө урынды яуланы. Команда составында беҙҙең райондан эске эштәр бүлегенең лицензия-рөхсәт эше буйынса инспекторы Айҙар Ишбулатов ҡатнашты һәм үҙенең мәргәнлеге менән еңеүгә тос өлөш индерҙе.
    Әйткәндәй, Башҡортостан командаһы һуңғы биш йылда гел тәүге урындарҙы яулай һәм алдынғылыҡты бирмәй. Уларға артабан да яңынан-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.
    Фотола:    А. ИШБУЛАТОВ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.