30 июл. 2012 г.

Яңылыҡтар

Программа ғәмәлгә ашырыла

Республика социаль туризмды үҫтереү буйынса маҡсатлы программаһы буйынса быйыл беҙҙең районға 75 квота бүленде. 51 кеше республика, ә 24 кеше Рәсәй Федерацияһы биләмәһенә ҡараған ҡалаларҙа ял итеү хоҡуғына эйә. 1 августан 1 кеше “Йоматау” шифаханаһына юлланасаҡ та инде. Рәсәй Федерацияһы буйынса Санкт-Петербург, Ҡазан, Сочи, Мәскәү ҡалаларында ял итергә теләктәр белдерелгән.

Акция дауам итә

Мәғлүм булыуынса, республикала һәм беҙҙең районда ла 1 июлдән 31 августҡа тиклем “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!” шәфҡәтлелек акцияһы иғлан ителгәйне. Унда тупланған мәктәп кәрәк-яраҡтары ауыр шарттарҙа йәшәгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға тапшырыласаҡ. Әйберҙәр Баймаҡ халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә (Баймаҡ ҡалаһы, Азанов урамы, 37) ҡабул ителә. Изге Ураҙа айында шәфҡәтлелек ҡулы һуҙып, мәктәпкә барырға йыйынған балаларҙы ҡыуандырырға ашығығыҙ!

Буласаҡ табиптарҙың практикаһы тамамланды

БДМУ студенттарының ике айлыҡ практикаһы тамамланып, бөгөн улар үҙәк ҡала дауаханаһында имтихан тапшырҙы. Уны дауахана врачтары менән медицина университеты уҡытыусылары ҡабул итте. Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына практиканттар йыш килә, бында күп нәмәгә өйрәнә. Уларҙың күпселеге – Баймаҡ районы студенттары.

Хроника

Аҡморон ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы итеп быға тиклем Аҡморон урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләгән Азаматова Гөлназ Мөхәмәҙиә ҡыҙы һайланды.
Аҡморон ауыл Советы ауыл биләмәһе Советы ҡарарына ярашлы, Передельский Сергей Константинович үҙ теләге менән Аҡморон ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһынан бушатылды

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.