25 июл. 2012 г.

ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА



         Кубанда зыян күреүселәргә гуманитар ярҙам посылкаларын һәм  аҡсаны почта аша бушлай ебәрергә мөмкин

     2012 йылдың 7 июлендә Краснодар өлкәһендә һыу баҫыуҙан зыян күргән халыҡҡа ярҙам итергә теләүселәр өсөн “Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһы гуманитар ярҙам посылкаларын һәм аҡсаны бушлай ебәреүҙе ойошторҙо.
     Бушлай ебәреләсәк посылкалар өсөн түбәндәге әйберҙәр ҡабул ителә:
  • шәхси гигиена саралары (шампунь, теш пастаһы, теш щеткаһы, һабын һ.б.);
  • йыуыу һәм дезинфекциялау саралары;
  • арзанлы мобиль телефондар;
  • түшәк кәрәк-ярағы;
  • таҫтамал, яҫтыҡ, юрған;
  • өҫ һәм аяҡ кейеме (Был әйберҙәр өр-яңы булырға тейеш).
 Адресы: Краснодар өлкәһе Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Краснодар, Почтамт 350000
 Ҡулланылышта булған әйберҙәр ебәрмәү маҡсатында посылкалар асыҡ килеш ҡабул ителә һәм уларҙа “Гуманитар ярҙам” тип яҙыла.
 Аҡса күсереү өсөн:
 Аҡса күсереү өсөн тариф йыйымы тотолмай.
 Назначение платежа: Добровольное пожертвование гражданам, пострадавшим от наводнений в Краснодарском крае в 2012 году.
 ИНН 2309030678
 КПП 230901001 Краснодарское краевое отделение Общероссийской общественной организации “Российский Красный Крест” Краснодарское отделение № 8619 Сбербанка России
 К/с 30101810100000000602
 БИК 040349602
 Р/с 40703810330000000106

 БР буйынса федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.