23 июл. 2012 г.

ЙӘЙГЕ ОСОРҘА – КҮБЕРӘК ПРОДУКЦИЯ

    АУЫРЛЫҠТАР КӘРТӘ ТҮГЕЛ


    Аяуһыҙ ҡоролоҡ, аномаль эҫелек ауыл хужалығы тармағын ауыр хәлгә ҡуя. Шуға ҡарамаҫтан, район аграрийҙары мөмкин тиклем күберәк продукция етештереү, малсылыҡты ҡышҡа әҙерләү, урып-йыйыу эштәрен ойошҡанлы атҡарыу өсөн барыһын да эшләй.
 

    “Таналыҡ” АХК-һы малсылыҡ тармағы буйынса районда лайыҡлы урынды биләй. Был йүнәлеш кооператив иҡтисадында төп ролде уйнап, ауыл хужалығы кампанияларын ойоштороуға үҙ өлөшөн индерә. Малсылыҡ тармағын үҫтереүҙә хужалыҡтың баш зоотехнигы, танылған белгес Р.А. Танһыҡҡужиндың хеҙмәте айырыуса ҙур.
 
    Бөгөн хужалыҡта 560 баш һыйыр малы аҫралып, шуның 300-өн һауын һыйырҙары тәшкил итә. “Шөгөр” йәйләүендә малсылыҡ продукцияһы етештереүҙе кәметмәү өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә. Һауынсылар Сәриә Йәнтүрина, Нәйлә Хафизова, Гөлдәр Килдейәрова, Эльвира Байрамғолова, Мәхмүзә Игебаева, Розалия Иҫәньюлова, малсылар Дамир Сирбаев, Венер Латыпов, быҙау ҡараусылар Вәсимә Нәҙербаева һәм Хәлиҙә Ласынова үҙ эшенең оҫталары булып танылған. Баш зоотехник һәм малсылар әйтеүенсә, быйыл, ҡоролоҡ һәм аяуһыҙ эҫе көндәр менән бәйле, хәл бик киҫкен. Үлән көйөп-ҡатып бөткән тиерлек, хатта Ирәндек буйҙарындағы шишмә-йылғалар ҙа ҡороған. Малды даими рәүештә фураж менән тәьмин итеү, һыйырҙарҙы тәүлек әйләнәһенә көтөү, эштәрҙе тейешенсә ойоштороу арҡаһында ғына һөт етештереү кимәле һаҡлана.
 
    Бер үк ваҡытта малсылыҡ базаларын ҡышҡа әҙерләү эштәре аҙағына яҡынлаша. Фермаларҙы яңы миҙгелгә хәстәрләү буйынса таналыҡтар һәр саҡ башҡаларға өлгө булып тора. Быйыл да был йүнәлештә байтаҡ эштәр башҡарылған: базалар, кардалар, ҡоймалар ремонтланған, мал аҙбарҙары аҡланған. Был участкалағы эштәр менән  Рәмил Латыпов бригадаһы шөғөлләнә.
 
    “Таналыҡ” АХК-һы йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү өлкәһендә лә күптәргә өлгө булырлыҡ. Хужалыҡтың йәмле Ирәндек буйында ҡымыҙ етештереү йәйләүе бар, унда 84 баш йылҡы, шул иҫәптән 30 һауын бейәһе көтөлә. Бейә һауыусы һәм ҡымыҙсы Сәрүәр Солтанова, көтөүселәр Ишдәүләт Батыршин һәм Йәғәфәр Ғәлиндарҙың тырышлығы менән көн дә 70-80 литр самаһы баһадирҙар эсемлеге етештерелә. Продукция хужалыҡ ихтыяждары өсөн тотонола, һатыуҙан көн дә 4-5 мең һум самаһы табыш инеп тора. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Йылайыр районының Юлдыбай ауылында үткән ҡымыҙсыларҙың республика конкурсында хужалыҡ район намыҫын яҡлап сығыш яһаны һәм яҡшы баһа алып ҡайтты.
 
    Ғөмүмән, булған ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, таналыҡтар производствоны тейешенсә ойоштороу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырыша, мал ҡышлатыу миҙгеленә лә әҙерләнә. Хужалыҡ етәкселеге әйтеүенсә, етерлек аҙыҡ запасы тупланасаҡ.
 
    Азамат МӨХӘМӘТШИН.
    Айбулат Ишназаров фотоһында: Р. Танһыҡҡужин (һулда) малсылар менән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.