27 июл. 2012 г.

Яңылыҡтар

Эштәр тамамланыуға бара

Темәс ауылында һөт комбинаты төҙөлөшө йылдам бара. Әлеге ваҡытта объекттың генераль подрядсыһы – “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы эшселәре тарафынан бинаның стеналарын күтәреү тамамланған. Түбә һалына, ошо арала ҡыйығын ябыу башланасаҡ. Дөйөм алғанда, төҙөлөшкә 186 миллион һум тирәһе аҡса бүленгән, комбинат август айында файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
 

Һөт һауыу

Кисәге көнгә районда көндәлек тулайым һауым 274 центнер тәшкил итә. Ленин ис., “Мырҙаҡаев”, “Байҡара”, “Октябрь”, “Союз”, “Баймаҡ” ҒПБ-һында көндәлек уртаса һауым район кимәленән юғарыраҡ. Һөттөң ҡуйылығы Ленин ис., Салауат ис., “Рассвет”, “Баймаҡ” хужалыҡтарында, тауарлылығы “Союз”, Салауат ис., Ленин ис., “Рассвет” АХК-ларында яҡшы кимәлдә.
 

Һауаларҙа ҡоштай осоп

Яңыраҡ Әбйәлилдә, Асҡар ауылы янында урынлашҡан “Иҙәш-Ҡусҡар” дельтадромында  дельтаплан һәм параплан спорты буйынса Башҡортостан Республикаһы асыҡ чемпионаты уҙғарылды. Сара ике мәртәбә Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған ине. Баймаҡ ДОСААФ-ын күрһәткән Урал Салихов дельтапланда осоуҙа шәхси беренселектә 4-се урын яуланы.
 

Туҡталыштар ҡорола

Ҡалала йәмәғәт транспорты хеҙмәтен яҡшыртыу дауам итә. “БРСУ” МУП-ы тарафынан профилле ҡалайҙан яһалған заманса павильондар ҡуйыла, эргә-тирәләре төҙөкләндерелә. Әлеге ваҡытта автовокзал янында, Ленин урамындағы туҡталыштарҙа ошондай эштәр башҡарылған. 
 

«Салют, Еңеү!»

Ошо исем аҫтында 26-31 июлдә Башҡортостанда автоуҙыш үтә. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 67 йыл тулыуға һәм Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәрен булдырыуға 82 йыл тулыуға арнала, уны республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү һәм уларҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү үҙәге тарафынан ойоштора. Автоуҙыш Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ райондары буйлап ике маршрут буйынса үтә. Сарала ҡатнашыусылар ҡала һәм ауылдарҙа туҡтап, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм тыл хеҙмәтсәндәре менән осрашасаҡ. Ике маршруттың да старты һәм финишы – Өфөлә.

Хроника

Муниципаль район хакимиәтенең опека һәм попечителлек секторы мөдире итеп Исхаҡова Әлмира Рамаҙан ҡыҙы тәғәйенләнде. Быға тиклем муниципаль район хакимиәтенең опека һәм попечителлек секторы мөдире булып эшләгән Байтурина Клара Батыр ҡыҙы үҙ теләге менән биләгән вазифаһынан бушатылды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.