9 июл. 2012 г.

РӘСМИ БҮЛЕК

     Сәйәси совет ултырышҡа йыйылды


     Әлеге ваҡытта беҙҙең район буйынса 1 меңдән ашыу кеше – “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы ағзаһы. Урындарҙа 74 беренсел ойошма эшләй. Ошо көндәрҙә партияның урындағы сәйәси советының сираттағы ултырышы үтте. Әйткәндәй, сәйәси советты бөтәһе 15 партия ағзаһы берләштерә.

     Ултырышты муниципаль район хакимиәтенең эштәр идарасыһы, партияның башҡарма комитеты етәксеһе Р.Ф. Иҫәнбаев алып барҙы. Ул тәүҙә партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһе тарафынан яңыраҡ үткәрелгән ултырышы, унда күтәрелгән мәсьәләләр тураһында бәйән итте, алдағы һайлауҙар, 10-12 июлдә уҙасаҡ праймериз тураһында һөйләне. “Быйыл октябрь айында беҙ Баймаҡ районы муниципаль район Советына депутаттар һайлаясаҡбыҙ. Шуға ла әлеге көндә ойоштороу һәм әҙерлек эштәре алып барыла. “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары араһында праймериз уҙғарыу ҙа шуның менән бәйле. Һәр һайлау округы буйынса алдан тауыш биреү процедураһында депутатлыҡҡа кандидатлыҡҡа дәғүә итеүсе 3-4 кеше ҡатнаша. Улар халыҡ менән осрашып, һайлау алды программалары менән таныштырасаҡ, урындағы проблемаларҙы өйрәнәсәк, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләйәсәк. Әйткәндәй, депутатлыҡҡа йәштәр араһынан дәғүәселәр күп”, – тине ул. 
     Артабан ултырышҡа йыйылыусылар беренсел ойошмаларҙың секретарҙарын, советтарын, ревизорҙарын, унан һуң партияның урындағы бүлексәһенең конференцияһын үткәреү, уның секретарын, сәйәси советын һәм ревизия-контроль комиссияһын һайлау буйынса дөйөм йыйылыштар уҙғарыу мәсьәләһен ҡараны һәм уларҙы үткәреү ваҡытын тәғәйенләне. Шулай итеп, беренсел ойошмаларҙың дөйөм йыйылыштарын 15 сентябрҙән 15 октябргә тиклем үткәрергә, район кимәлендәге конференцияны 1 ноябрҙә ойошторорға, тигән ҡарар ҡабул ителде.
     Шулай уҡ уҙасаҡ дөйөм йыйылыштарҙың һәм конференцияның көн тәртибенә сығарыласаҡ мәсьәләләр билдәләнде. Унан тыш, сәйәси совет составында үҙгәрештәр ҙә булды. Район Советы секретары, урындағы һайлау штабы етәксеһе, партия ағзаһы Р.З. Ишбулатов бер тауыштан сәйәси совет секретары урынбаҫары итеп һайланды, биргән ғаризаһына ярашлы, С.З.Ишмырҙин  үҙ теләге менән сәйәси совет составынан сығарылды.
     Ултырышта “Берҙәм Рәсәй” партияһының яңы ағзаларына партбилеттар тапшырылды.
     Сәлимә КЕЙЕКБИРҘИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.