2 июл. 2012 г.

КӨНҮҘӘК МӘСЬӘЛӘ

     Тарифтар арта, хаҡтар күтәрелә


     2012 йылдың 1 июленән торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн тарифтар арта. Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең иҡтисад бүлегенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, хаҡтар быйыл ике тапҡыр: 1 июлдән һәм 1 сентябрҙән күтәреләсәк.
 

     Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитетының 2012 йылдың 4 июнендә ҡабул ителгән 156-сы ҡарарына ярашлы, бер кубометр “зәңгәр яғыулыҡ” өсөн 3,94 һум түләйәсәкбеҙ, бығаса 3,43 һум ине. Комитеттың 2012 йылдың 1 ғинуарында ҡабул ителгән 1-се ҡарарына ярашлы, 1 кВт электр энергияһы өсөн ҡала халҡына 1,91 һум урынына 2,02 һумды сығарып һалырға тура киләсәк. Үҙәк селтәрҙән аҡҡан һыу менән файҙаланыусылар 17,79 һум (бер кеше өсөн бер айға) түләйәсәк. Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр фатирҙың 1 квадрат метрын йылытыу өсөн 17,69 һум (быға тиклем ул 16,86 һум ине) бирәсәк.
 
     Ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә файҙаланған 1 кВт электр энергияһы өсөн 1,41 һум түләйәсәк.
 
     Шыйыҡлатылған газ баллонына ла хаҡтар күтәрелә.
 
     1 сентябрҙән тағы ла хаҡтар артасаҡ, ләкин ул газ һәм электр энергияһына ҡағылмай.
 
     Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.