6 июл. 2012 г.

Редакция почтаһынан

Ямғыр һорап теләккә сығайыҡ!




Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр һәм район халҡы, һеҙгә мөрәжәғәт итәм.
Бар булған кешелек донъяһы, һәммә йән эйәләренең берҙәй йәшәү сығанағы иң әүәл ул – ашау-эсеү. Бына ошо муллыҡ булһын өсөн беҙ, бар халыҡ, мәсет имам-хатиптары һәм район етәкселәре, ошо арала һөйләшеп, көн тәғәйенләп, Аллаһы Тәғәләнән ямғыр һорап теләк ғәмәленә сығайыҡ.
Дин әһелдәре тарафынан намаҙ уҡылып, ҡорбан салынып был эште атҡарғанда, иншалла, Аллабыҙ беҙгә ямғырын ебәрер. Аллаһы Тәғәлә үҙе лә: “Һорағыҙ минән, мин бирермен”, – тигән, шулай булғас, быны ихласлыҡ менән үтәргә тейешбеҙ. Бер-беребеҙгә ярҙам итешеп, был изге ғәмәлде башҡарайыҡ!

Булат Маннапов.
Түбәнге Иҙрис ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.