30 июл. 2012 г.

Хәүефһеҙлек өсөн

Сигнал тауышын ишетһәгеҙ


26 июлдә Башҡортостан Республикаһында үҙәкләштерелгән хәбәр итеү системаһының әҙерлеге тикшерелде. Был сараға республикала урынлаштырылған 380 берәмек электр сиреналары йәлеп ителде. Дөйөм сигнал барып етмәгән райондарҙа тауыш көсәйткес ҡорамалдар урынлаштырылған автомобилдәр эшләне.

Сигнал тауышын ишетеү менән бөтә халыҡ телевизор йәки радионы тоҡандырып, унда тапшырылған ашығыс белдереүҙе тыңларға бурыслы. Кеше ғүмеренә хәүеф янаған осраҡта, әйтелгән тәҡдимдәрҙе һәм күрһәтмәләрҙе һәр кем мотлаҡ үтәргә тейеш.
 
Был көндө Баймаҡ ҡалаһы һәм ауылдарҙа ла хәбәр итеү системаһының әҙерлеге тикшерелде. Ҡалала урынлаштырылған 5 сирена һәм 5 тауыш көсәйткес аша сигнал бирелде. 
 
– Баймаҡтағы электр сиреналарына күптән реконструкция талап ителә. Ҡалала йәшәүселәрҙең 95 проценты үҙәкләштерелгән сигналды ҡабул итә алды, – тине муниципаль район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр секторы мөдире Й.А. Йәғәфәров. – Дөйөм алғанда, был сара  асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә мөмкинлек бирәсәк.
 
Үҙәкләштерелгән хәбәр итеү системаһының әҙерлеген тикшереүгә Баймаҡта район эске эштәр бүлеге, 114-се янғын һүндереү часы, Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы, район элемтә үҙәге ҙур көс һалды.
 
Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.