6 июл. 2012 г.

Абитуриенттар иғтибарына

Уҡыуға йүнәлтмәләр бирелә

 Башҡортостан Республикаһы Президентының 2012 йылдың 21 июнендәге 431-се ҡарары менән раҫланған маҡсатлы ҡабул итеү планына ярашлы, Баймаҡ районына юғары белем биреү учреждениеларына уҡырға инеү өсөн маҡсатлы урындар бүленде.
Вуздарға маҡсатлы йүнәлтмәләр алыу өсөн муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлегенә (306(б)-сы бүлмәгә) түбәндәге документтар менән мөрәжәғәт итергә:
  • паспорт;
  • урта белем тураһындағы аттестат;
  • БДИ һөҙөмтәләре тураһындағы сертификат.

Йүнәлтмәләр республикабыҙҙың түбәндәге юғары уҡыу йорттарына бирелә:


Башҡорт дәүләт педагогия университеты – химия һәм профиль (һайлау буйынса), башҡорт теле һәм әҙәбиәте;
Башҡорт дәүләт университеты – ғәмәли математика һәм информатика, электроника һәм наноэлектроника;
БДУ-ның Сибай институты – транспорт-технологик машиналарҙы һәм комплекстарҙы эксплуатациялау;
Башҡорт дәүләт медицина университеты – дауалау эше, педиатрия, фармация;
Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы – иҡтисад, ғәмәли информатика;
Өфө дәүләт нефть техник университеты – иретеп йәбештереү производствоһы ҡорамалдары һәм технологияһы;
Өфө дәүләт авиация техник университеты – мәғлүмәт системаларын математик тәьмин итеү һәм администрациялау;
Башҡорт дәүләт аграр университеты – агрохимия һәм  тупраҡты өйрәнеү, һыу биоресурстары һәм аквакультура, баҡсасылыҡ;
Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы – агрономия, зоотехния, ветеринария, агроинженерия, иҡтисад;
Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы – биология, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле.

Силәбе өлкәһенең юғары уҡыу йорттарына:
Г.И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университеты – тау эше (маркшейдер эше, асыҡ тау эштәре);
Силәбе дәүләт агроинженерия академияһы – ер өҫтө транспорт-технология комплекстары, транспорт-технологик машиналарҙы эксплуатациялау, агрохимия һәм тупраҡты өйрәнеү.

Муниципаль район хакимиәте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.