2 июл. 2012 г.

КӨНҮҘӘК МӘСЬӘЛӘ

     ҠЫШҠА ӘҘЕРБЕҘМЕ?


     Бөгөн киләһе ҡышҡа әҙерлек саралары махсус планға ярашлы алып барыла. Әле ниндәй хәл ителмәгән мәсьәләләр бар, ҡайҙа, нимәләр эшләнә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләп беҙ Баймаҡ ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. БУРАНШИНҒА мөрәжәғәт иттек.
    
     – Уҙған ҡыш бер ниндәй ҙә ҙур авариялар булманы. Килеп тыуған проблемаларҙы ваҡытында хәл итеү сараһын күрҙек. Дөйөм алғанда, ҡышты яҡшы үткәрҙек. Быйыл да торлаҡ йорттарға капиталь ремонт яһау, инженер селтәрҙәрен ремонтлау, талап ителгән урындарҙа уларҙы яңыртыу саралары күрелә.

     “Йылылыҡ селтәре” ЯСЙ-һы уҙған йылытыу миҙгелен яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамланы. Бөгөн предприятиела киләһе ҡышҡа  әҙерлек эштәре алып барыла. Хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу өсөн йылылыҡ селтәре, йылытыу ҡоролмалары, ҡаҙанлыҡтар, төтөн тартыу юлдары тулы тикшереү үтте. 200 метрҙа йылылыҡ селтәре ремонтланды. Бөгөн Салауат Юлаев проспекты буйынса йылылыҡ трассаһына капиталь ремонт яһала башланы. Беренсе ҡаҙанлыҡта төҙөкләндереү эштәре бара. Ҡаҙанлыҡ, гараж, складтарҙың ҡыйыҡтары алмаштырыла.
 
     Мәҙәниәт бүлеге буйынса өс учреждениены: халыҡ ижады үҙәген, балалар сәнғәт мәктәбен һәм үҙәк район китапханаһын “Йылылыҡ селтәре” ЯСЙ-һы хеҙмәтләндерә. Былтыр музыка мәктәбенең йылытыу системаһына капиталь ремонт яһалды. Быйыл иһә был объекттар буйынса проблемалар юҡ. Мәҙәниәт учреждениелары киләһе йылытыу миҙгеленә әҙер.
 
      “Хөкүмәткә проблемаларҙы хәл итеүҙең “сығымлы” принцибынан баш тартырға кәрәк. Беҙ күнеккәнбеҙ: проблема бар икән, иң мөһиме – уны хәл итеүгә тотонорға мөмкин булған аҡса күләме. Фекер алышыу һандарҙан башлана. Ләкин иң мөһиме һан түгел бит. Ғәмәлдәге идара итеү механизмдарының аҡсаны ниндәй кимәлдә һөҙөмтәле файҙаланыуҙы тәьмин итә алыуы мөһим. Ҡулай булмаған көйләү шарттарында проблеманы аҡса менән хәл итеү янғынды бензин менән һүндереүгә тиң. Аҡса һалыуҙар күберәк булған һайын маҡсат алыҫлаша. Хәлде идара итеүҙә системалы үҙгәртеүҙәр һөҙөмтәһендә генә үҙгәртә алабыҙ”.
     Башҡортостан Республикаһы Президентының БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенән.

     Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалында байтаҡ эштәр башҡарылды. Өҫтәүенә, был уҡыу йорто быйыл үҙенең 80 йыллыҡ юбилейын ҡаршыларға әҙерләнә. Шуға бәйле эске һәм тышҡы инженер селтәрҙәр ремонтланды, ҡаҙанлыҡта йылылыҡ торбалары яңыртылды. 
 
     Мәғариф учреждениеларында ла төҙөкләндереү, ҡышҡа әҙерлек эштәре алып барыла. Ҡаланың 1-се һәм 3-сө мәктәптәренең йылылыҡ селтәре, 3-сө мәктәптең ҡыйығы, Баймаҡ лицей-интернаттың изоляторы ремонтлана. “Күбәләк” балалар баҡсаһының тәҙрәләре алмаштырыла. Ҡаланың 2-се мәктәбендә ишектәр һәм тәҙрәләр алмаштырыласаҡ, ҡыйығы яңыртыласаҡ. 1-се мәктәптә лә ошондай уҡ эштәр көтөлә.
 
    “2010-2012 йылдарға Баймаҡ районы муниципаль районы һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү” программаһын тормошҡа ашырыу буйынса байтаҡ саралар башҡарылды. Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә әҙерлек алып барыу өсөн муниципаль биләмәләргә финанс бүлеү мәсьәләһе яңы саҡ ҡаралыу өҫтөндә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, үҙәк ҡала дауаханаһында ремонт эштәре башланды.  
 
    Ҡаланың күп ҡатлы йорттарын “Баймаҡ ҡалаһының торлаҡ фондына идара итеү компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт хеҙмәтләндерә. Улар ҡарамағында күп фатирлы 82 йорт иҫәпләнә. Уларҙың 77-һендә үҙәк йылытыу, һыу һәм һыу сығарыу системаһы урынлаштырылған. Быйыл күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт  планлаштырыла. Ҡаланың “А” һәм “Б” микрорайонында 10 йортҡа капиталь ремонт яһаласаҡ. Уҙған йылдар менән сағыштырғанда, былтыр – 8, ә 2010 йылда 6 йорт яңы һулыш кисергән. Ун йорттоң алтыһында ҡыйыҡтар яңыртыласаҡ, йәғни заман талаптарына яуап биргән материалдар менән ябыласаҡ. 10-һында ла инженер селтәрҙәре һәм ҡоролмалары тулыһынса алмаштырыласаҡ: һыу, йылылыҡ, канализация селтәрҙәре яңыртыласаҡ. Иҫке электр селтәрҙәрен монтажлау ҡаралған.
 
     Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйткем килә – ҡыш бауыры оҙон. Беҙҙә бигерәк тә ҡаты һыуыҡтар хакимлыҡ итә. Шуға күрә бөтә торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар, ҡалалағы учреждение, ойошма, предприятиелар ваҡытында етешһеҙлектәрҙе бөтөрөп, бар йәһәттән дә әҙерлек эштәре алып барырға тейеш.
 
     Лилиә ТАКАЕВА яҙып алды.
     Фотола: слесарҙар С.Сарбулатов, Ф.Баййегетов, И.Тотманов.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.