6 июл. 2012 г.

Уңғандар беҙҙең арала

Әбделкәримдең эшһөйәр баҡсасылары



Әбделкәрим ауылынан килтерелгән ҡыярҙарҙы Баймаҡ баҙарында ҙур теләк менән, хатта ҡайһы саҡта талашып алалар. Сөнки йәшелсә яңы ғына түтәлдән өҙөп алынғандай йоҡа ғына ҡабыҡлы, сөсө булыуы менән айырыла. Хужабикәләр: “Тоҙлауға ла һәйбәт!” – тип маҡтай.
 

Уңған, эшһөйәр ғаилә – Рима Миҙхәт ҡыҙы Йәнйегетова һәм уның тормош иптәше Әбйәлил Хәсән улы Ерҡолов – ауыр, мәшәҡәтле, шул уҡ ваҡытта килемле эш менән бер нисә йыл шөғөлләнә. Улар баҡсасылыҡ менән мауығып китеп, тәүҙә Күлтабанда йәшелсә үҫтерә. Артабан ғаилә Әбделкәрим ауылына күсә. Һәм бына өсөнсө йыл инде улар ауылдаштарын ғына түгел, ә бар районды тәмле ҡыяр, помидор, кәбеҫтә менән тәьмин итә.
 
Рима Миҙхәт ҡыҙы хужалығы менән таныштырғанда һоҡланыуыбыҙҙың сиге булманы. Теплица ҙур итеп эшләнгән,  ә ундағы гүйә “мине өҙөп ал!” тип ҡысҡырған ҡыярҙарҙың күплегенә иҫең китер. Ҡыярҙан ситтәрәк, өҫкә үрмәләгән помидорҙарҙың да мул уңыш бирәсәген хәҙерҙән билдәләргә була (күҙ тейә күрмәһен!).
 
Уңған ғаиләнең тағы 5 гектар ере бар. Улар уның 2 гектарында – кәбеҫтә, ҡалғанында бесән үҫтерә. Әйтергә кәрәк, Рима Миҙхәт ҡыҙы менән Әбйәлил Хәсән улы көҙгө йәрминкәлә лә йыл һайын көтөп алынған баҡсасылар. Улар үҫтергән тығыҙ, ҙур кәбеҫтәне халыҡ ҙур теләк менән ала.
 
Әлбиттә, шул тиклем уңышты үҫтереү көстө лә, ваҡытты ла, тырышлыҡты ла талап итә. Ғаилә үҙе өлгөрә алмаған эшкә кешеләр яллай. Шул уҡ ваҡытта Рима Миҙхәт ҡыҙы һәм Әбйәлил Хәсән улы киләсәккә ҙурыраҡ маҡсаттар ҡуя, уларға өлгәшеү юлдарын эҙләй. Баҡсасылар теплицала ҡышҡыһын да ҡыяр үҫтереү тураһында хыяллана. Теләгән – мораҙына ирешкән, ти. Улар бар тырышлығын һалып, быйыл уҡ маҡсаттарын тормошҡа ашырмаҡсы.
Эшһөйәр ғаилә ике бала тәрбиәләй. Улар әле бәләкәй булһа ла, хеҙмәттең кәрәклеген һәм тәмен бик яҡшы аңлай.
 
Рима Миҙхәт ҡыҙы менән Әбйәлил Хәсән улына киләсәктә лә баҡсаларының мул уңышлы булыуын, беҙҙе ҡышҡыһын да төрлө-төрлө тәмле йәшелсәнән өҙмәүҙәрен теләйбеҙ. Эшләгән – тешләгән, ти халҡыбыҙ мәҡәле. Ауыл ерендә йәшәгәндәргә ошондай уңғандарға ҡарап сәмләнеп-дәртләнеп йәшәргә яҙһын.
 
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Автор фотоһында: баҡсасылар теплицаһында. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.