30 июл. 2012 г.

Эш биреүселәр иғтибарына

Сит ил граждандарына страховка иғәнәһе

2012 йылдан алып эш биреүселәр Рәсәй Федерацияһына ваҡытлыса ингән һәм алты айҙан да кәм булмаған ваҡытҡа срогы сикләнмәгән килешеү төҙөгән сит ил граждандары-хеҙмәткәрҙәре өсөн мотлаҡ рәүештә Пенсия фондына страховка иғәнәләре түләргә бурыслы.

 “Рәсәй Федерацияһында сит ил граждандарының хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы федераль Законда ҡаралған тәртип буйынса, юғары квалификациялы белгестәргә ташлама яһала. Быға тиклем страховка иғәнәләре Рәсәйҙә даими йәки ваҡытлыса йәшәгән сит ил граждандарына ғына түләнә ине.
 
Рәсәйгә ваҡытлыса ингән сит ил граждандары өсөн Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондына страховка иғәнәләр тарифы, әгәр уның йыллыҡ эш хаҡы билдәләнгән күләмдән артмаһа, 22 процент менән билдәләнә. 2012 йылға ул 512 мең һум тәшкил итә. Әгәр ҙә сит ил гражданының йыллыҡ эш хаҡы 512 мең һумдан арта икән, ул саҡта Пенсия фондына түләү тарифы 10 процентҡа тиклем кәмей.
 
Р. Мараканова, Пенсия фонды идаралығы начальнигы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.