23 июл. 2012 г.

ҠАЛА ХАЛҠЫ ИҒТИБАРЫНА

    Мал көтөү тәртибе тураһында


    2011 йылдың 30 майындағы “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә ауыл хужалығы малдарын көтөүҙе тәртипкә һалыу тураһында”ғы 404-се БР Законына ярашлы, ветеринар именлекте тәьмин итеү, ауыл хужалығы ерҙәрен, сәсеүлектәрҙе мал тапауҙан һәм зыян килтереүҙән һаҡлау, мал урлау осраҡтарын профилактикалау маҡсатында Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе Советы ҡарар итте:


  1. Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе территорияһында мал көтөү һәм ҡыуыу тәртибен раҫларға;
  2. 2006 йылдың 7 апрелендәге “Баймаҡ ҡалаһы граждандарының мал тотоуын тәртипкә һалыу буйынса саралар тураһында”ғы 60-сы, 2009 йылдың 8 апрелендәге “Баймаҡ ҡалаһы граждандарының малын көтөүҙе ойоштороу буйынса өҫтәмә саралар тураһында”ғы 84-се, 2010 йылдың 31 мартындағы “Баймаҡ ҡалаһы халҡының малын көтөүҙе ойоштороу тураһында”ғы 159-сы ҡала биләмәһе Советы ҡарарҙарын үҙ көсөнән сыҡты, тип билдәләргә;
  3. Был ҡарарҙы ҡала биләмәһе хакимиәтенең мәғлүмәт стенды, район гәзиттәре, муниципаль район хакимиәтенең рәсми сайты аша халыҡҡа еткерергә;
  4. Ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоуҙы ҡала биләмәһе хакимиәтенә йөкмәтергә.

    Г. ДАВЫДОВ,  ҡала биләмәһе Советы рәйесе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.