25 июл. 2012 г.

ХЕҘМӘТ КОЛЛЕКТИВТАРЫНДА

     Ҡаҙанлыҡтар ремонтлана


     Йылы өйҙә ултырыуы рәхәт: тышта әсе елдән ағастар бөгөлһә лә, ямғыр йәки ябалаҡлап ҡар яуһа ла, һиңә барыбер. Беҙҙең йылыла, бар уңайлыҡтар менән кинәнеп йәшәп ятыуыбыҙ иң тәүге сиратта ҡаҙанлыҡтар эшенән тора.
 

     Беҙ ҡаланың йылылыҡ селтәрендә булып, 1-се ҡаҙанлыҡтың киләһе йылытыу миҙгеленә әҙерлек кимәле менән ҡыҙыҡһындыҡ.
 
     – 1-се ҡаҙанлыҡ бихисап торлаҡ йортто һәм социаль объектты йылылыҡ менән тәьмин итә. Ҡышҡылыҡҡа әҙерлек, капиталь ремонт эштәре алдан ҡабул ителгән графикка ярашлы алып барыла. Әлеге көндә ҡаҙанлыҡ ҡоролмаларын йылытыу миҙгеленә әҙерләү менән мәшғүлбеҙ, – ти мастер Әсҡәт Яҡшымбәтов. – 4 ҡаҙан механик таҙартыла. Тығыҙлыҡтарына һәм ныҡлыҡтарына гидравлик һынауҙан һуң, улар сәнәғәт хәүефһеҙлеге буйынса дәүләт экспертизаһы үтәсәк. Ҡаҙанлыҡтағы насос ҡорамалдары 50 процентҡа әҙер. Ике йылылыҡ алмаштырғысты бөгөндән ҡулланырға була, башҡаларында торбалар ремонтлана, запор арматураһына ревизия үткәрелә, прокладкалар алмаштырыла. Бер үк ваҡытта ҡала буйынса йылылыҡ трассалары торошо тикшерелә, иҫке һәм авария хәүефе менән янаған торбалар алмаштырыла. Уларҙа ла гидравлик һынау үткәреләсәк.
 
     Ҡаҙанлыҡта электр ҡорамалдары ремонтлана һәм шул уҡ ваҡытта дөйөм төҙөлөш эштәре лә алып барыла: ҡаҙанлыҡ бинаһы тәртипкә килтерелә. Беҙ барғанда ҡаҙанлыҡ лаборанты Гөлназ Мәмбәтҡолова бинаны косметик ремонтлау менән мәшғүл булһа, операторҙар Рафиҡ Солтангилдин һәм Әхәт Күлдибаев торбаларҙы ҡабат һүтеп йыя ине. 
 
     Әйткәндәй, быйыл йылылыҡ селтәре идараһы һәм 1-се ҡаҙанлыҡ урынлашҡан бинаның ҡыйығы яңыртып профнастил менән ябыласаҡ. Ҡаланың 75 йыллыҡ юбилейына әҙерлек сиктәрендәге был эште коллектив үҙ көсө менән атҡарып сыҡмаҡсы.
 
     Сәлимә КЕЙЕКБИРҘИНА.
 
Автор фоларында: “Йылытыу миҙгеленә әҙерлек эштәрен тамамлаясаҡбыҙ”, – тиҙәр йылылыҡ селтәре эшселәре Р.Солтангилдин, Г.Мәмбәтҡолова, Ә.Күлдибаев, Ә.Яҡшымбәтов; Ҡала буйынса йылылыҡ камераларын ремонтлаусылар Р.Кәримов, И.Тотманов, Р.Ғәлин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.