27 июл. 2012 г.

Кәңәшмәләр

Проблемаларҙы уртаға һалып


Кисә халыҡ ижады үҙәгендә Баймаҡ районы муниципаль район Советының 45-се ултырышы үтте. Уны Совет рәйесе Д.Ю. Сәйғәфәрова алып барҙы. Ултырышта муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов ҡатнашты.
 

Көн тәртибенә 6 мәсьәлә ҡуйылып, тәүгеһенә өсөнсө саҡырылыш Баймаҡ районы муниципаль район Советына депутаттар һайлауҙы үткәреү мәсьәләһе сығарылды. Депутаттар Башҡортостан Республикаһының “Һайлауҙар тураһында”ғы кодекстың 10-сы статьяһына һәм Баймаҡ районы муниципаль район Уставының 9-сы статьяһына таянып, депутаттар бер тауыштан был мөһим сараны ағымдағы йылдың 14 октябрендә үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте.
 
Ултырышта артабан актуаль мәсьәләләрҙең береһе – халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү торошо һәм уны яҡшыртыу буйынса киләсәктә күреләсәк саралар тураһында муниципаль район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары К.П. Замотаев сығыш яһаны.
 
Был мәсьәлә буйынса фекер алышыуҙа Темәс ауыл биләмәһенең ваҡытлыса эштәр идарасыһы вазифаһын башҡарыусы Р.Х. Йәнсурин, “Сибай” торлаҡ-коммуналь хужалығы директоры Н.Р. Дәүләтбаев, “Водоканал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры И.М. Солтанов, Татлыбай ауылы старостаһы И.М. Вәлиуллин, Түбә ауыл биләмәһе башлығы М.Ф. Хәсәнова, Йылайыр ауыл биләмәһенең Октябрь ауылы һыу селтәрен ҡуртымға алыусы И.М. Сөләймәнов ҡатнашты. Улар үҙҙәрендә был тәңгәлдә алып барылған эштәр, үткәрелгән саралар тураһында мәғлүмәт бирҙе.
 
Муниципаль район хакимиәтенең финанс идаралығы начальнигы урынбаҫары О.Г. Иванова 2012 йылға Баймаҡ районы муниципаль район бюджетына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында һөйләне.
 
Киләһе көн тәртибенә ҡуйылған һорау буйынса муниципаль район хакимиәтенең баш юрисы Р.Р. Әмиров сығыш яһап, Баймаҡ районы муниципаль районында муниципаль уңайлыҡтар күрһәтеү исемлеген һәм күрһәтелгән хеҙмәткә түләү күләмен билдәләү һәм раҫлау тураһында мәғлүмәт бирҙе.
 
13-сө һайлау округы депутаты Д.Ю. Сәйғәфәрова үҙенең депутатлыҡ эшмәкәрлеге буйынса отчет бирҙе.
 
Көн тәртибенә ҡуйылған мәсьәләләр буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.
 
Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.