13 июл. 2012 г.

Яңылыҡтар

Эшлекле сәфәр

Беҙҙең районда эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы ЗАГС идаралығы начальнигы урынбаҫары С.И. Малинская булып китте. Ул оҙаҡламай Никах йортона әйләнәсәк Баймаҡ ҡойоу-механика заводының элекке клубы бинаһын ҡараны, башҡарыласаҡ эштәр менән танышты. Уны муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов оҙатып йөрөнө.

Комбинат сафҡа инәсәк

Темәс ауылында һөт комбинаты төҙөлөшө йылдам бара. Төп подрядсы – “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы эшселәре тарафынан бинаның стеналарын күтәреү эше тамамланған. Хәҙерге ваҡытта сэндвич-панелдәрҙән түбә һалына, ошо арала ҡыйығын ябыуға тотонмаҡсылар. Дөйөм алғанда, был объектты төҙөү өсөн 186 миллион һум тирәһе аҡса бүленде һәм ул август айында файҙаланыуға тапшырыласаҡ, тип күҙаллана. 

Концертҡа рәхим итегеҙ!

“Ислам экстремизмға ҡаршы” акцияһы сиктәрендә 13 июлдә – Баймаҡта, 14-ендә – Темәстә, 16-һында  – Ишмөхәмәт ауылында  “Иң изге теләктәр менән” тип аталған бушлай концерттар үтәсәк. Унда Хәсән Усманов, Роберт Юлдашев, Фәнис Солтанғолов, Тимур Вәлитов, Илгиз Абдрахманов, Зилиә Бәхтиева, Ләйсән Моталлапова һ.б. сығыш яһаясаҡ.

Тәүге урындар – беҙҙеке

29 май – 30 июндә декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәт буйынса «Йондоҙло проект» тип аталған Бөтә Рәсәй асыҡ интернет конкурсы үтте. Унда беҙҙең балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүселәре, 4-се мәктәп уҡыусылары – Әлиә  Исҡужина, Анастасия Васильцова, Нурсилә Дәүләтшина,  Гөлназ Рәхимова, Алина Исҡужина, Зөбәржәт Акилова, Нурзиә Нурғәлина (педагогтары – Г. Рәхимова һәм З. Шәрипова) – ҡатнашып, беренсе һәм икенсе дәрәжәле дипломдарҙы яуланы.  Шулай уҡ етәксе Гөлфиә Рәхимованың «Тылсымлы йомғаҡ» тип аталған эше етәкселәр араһында ойошторолған «Профи» категорияһы буйынса беренсе дәрәжәле дипломға лайыҡ булды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.