25 июл. 2012 г.

УҢҒАНДАР БЕҘҘЕҢ АРАЛА

     Атҡаҙанған элемтәсе лә ул


     Мәреүәр Һиҙиәт ҡыҙы Иҙелбаева Ишбирҙе ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Тәүге бала булғанғамы, ул ата-әсәһенә, туғандарына оло терәк-таяныс. Мәреүәр инәй урта мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Хеҙмәт юлын Лакинский ҡалаһында тауар һатыусы булып башлай. Унда эшләп ҡайтҡандан һуң Баймаҡ үҙәк почтаһына урынлаша. Һәм бына 30 йыл инде ошо ойошмала ал-ял белмәй хеҙмәт итә. Тәүҙә почтальон, хәҙер складта кладовщик булып эшләй.

     Тәүге көндәрҙән хеҙмәтенә яуаплы ҡарауы, һәр эште еренә еткереп үтәүе менән етәкселәренең, коллегаларының ихтирамын яулай. Уны һәр кем хөрмәт итә. Эшендә ҡаҙанған уңыштары өсөн бик күп маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. 2011 йылда иһә ул “Башҡортостандың атҡаҙанған элемтәсеһе” тигән миҙалға лайыҡ булды.
     Кешелекле һәм кеселекле, иғтибарлы, яҡындарына һәм таныштарына оло кәңәшсе булған Мәреүәр Һиҙиәт ҡыҙына артабан да тик уңыштар юлдаш булһын!
     Әлиә ИШМОРАТОВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.