4 июл. 2012 г.

Төҙөкләндереү

Июнь еңеүсеһе – район электр селтәре


Ҡала биләмәһе тарафынан предприятие, ойошма һәм учреждениелар араһында төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса смотр-конкурс иғлан ителгәйне. Уның положениеһына ярашлы, ай һайын эш һөҙөмтәләренә ҡарап еңеүселәр билдәләнә. Уҙған айҙа был тәңгәлдә урындағы Пенсия фонды идаралығы беренселекте бирмәһә, был юлы ҡала биләмәһе башлығының Күсмә вымпелына һәм аҡсалата премияһына район электр селтәре лайыҡ булды.

–  Беҙҙең предприятие ҡаланан бер яҡ ситтәрәк урынлашҡан. Үҙебеҙҙең бинаның эргә-тирәһен даими тәртиптә тоторға, йәшелләндерергә тырышабыҙ. Һәр саҡ экологик өмәләр үткәрәбеҙ. Ҡойма-рәшәткәләрҙең, бордюрҙарҙың буяуы яңыртыла, беҙгә илткән юлдар ҙа тәртиптә тотола. Йәшелләндереүгә килгәндә иһә, бина эргәһенә ултыртылған шыршы, ҡарағай, ҡайын ағастары ла даими иғтибар үҙәгендә, – ти предприятие начальнигы Ф.Б. Туйсин. – Дөйөм алғанда, был эш кемдер өсөн түгел, ә үҙебеҙ өсөн кәрәк икәнлеген яҡшы аңлайбыҙ. Тәрбиәле, әллә ҡайҙан балҡып күренеп торған ерҙә эшләүе лә күңелле бит.
Ысынлап та, тирә-яғыбыҙ таҙа булһа, тормош та йәмлерәк, мәғәнәлерәк күренә. Йәшәйешебеҙҙе тик төҙөк йорттар, сағыу төҫтәргә мансылған ҡойма-рәшәткәләр, хуш еҫ бөрккән аллы-гөллө сәскәләр, ағас-ҡыуаҡтар ғына биҙәһен һәм кәйефтәрҙе күтәрһен ине.
Сәлимә Кейекбирҙина.
автор фотоһында: Ф.Б. Туйсин: “Еңеү яулауыбыҙға бик шатбыҙ!”

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.