11 июл. 2012 г.

Халыҡ иғтибарына


Электр тогының хәүефле икәнен онотмағыҙ!


 “Башҡортостан электр бүлеү селтәрҙәре” ЯСЙ-һы тағы ла бер тапҡыр халыҡты электр тогының хәүефле булыуы тураһында иҫкәртә. 
 
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2009 йылда РФ Хөкүмәте тарафынан электр хужалығы (линиялар, подстанциялар, трансформатор пункттары) объекттарының һаҡлау зоналары булдырыу һәм ошо зоналар сиктәрендә урынлашҡан ер участкаларын файҙаланыуҙың айырым шарттары ҡағиҙәләре раҫланды.

Шулай итеп, 1кВ-ға тиклемге көсөргәнешле һауа линиялары өсөн һаҡлау зонаһы үткәргестәрҙән ике яҡҡа ла 2 метр, 1-ҙән 20 кВ-ға тиклем – 10, 35 кВ өсөн – 15, 110 кВ өсөн – 20, 220 кВ өсөн - 25 метр тәшкил итә. Юғары вольтлы кабель линиялары өсөн һаҡлау зонаһы ла билдәләнгән. Ҡануниәткә ярашлы, электр селтәрҙәренең һаҡлау зонаһы ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған.

Электр-техник ҡорамалдарҙы урлау һәм уларға зыян килтереү маҡсатында һаҡлау зонаһына инеү йәшәйеште, ҡулланыусыларҙы электр менән тәьмин итеү системаһының нормаль эшен законһыҙ рәүештә боҙоу акты тип һанала. Бындай осраҡтар электр селтәре хужалары һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан контролгә алына һәм РФ Енәйәт Кодексына ярашлы, ғәйепле кешеләр асыҡлана һәм яуаплылыҡҡа тарттырыла.

Электр менән тәьмин итеү объекттарының һаҡлау зонаһында ҡәтғи тыйыла:
  • электр селтәренең нормаль эшен боҙоуға һәм уларға зыян килтереү ихтималлылығы булған эштәр башҡарыу;
  • электр линияларына, бағаналарға сит әйберҙәр ташлау һәм һөйәү, бағаналарға менеү, уларға барыу юлдарын ҡаплау;
  • электр тапшырыу кабель линиялары трассаһында ауыр йөктәр ташлау, төрлө кислота, тоҙ һәм һелте түгеү, ҡыйлыҡ эшләү;
  • электр менән тәьмин итеүсе ойошманың рөхсәтенән тыш электр селтәренә тоташыу;
  • электр бүлеү ҡоролмалары, һауа һәм кабель линиялары янында ут яғыу;
  • уйындар өсөн спорт майҙансыҡтары, стадиондар, баҙарҙар, йәмәғәт транспорты туҡталыштары, машиналар һәм механизмдар ҡуя торған урындар эшләү, халыҡты күп йыйыу менән бәйле саралар ойоштороу;
  • алдан электр менән тәьмин итеүсе ойошмалар менән килешмәйенсә һауа һәм кабель линиялар уҙған урындарҙа биналар, күперҙәр, тоннель, тимер һәм шоссе юлдары һ.б. емереү һәм төҙөкләндереү;
  • электр тапшырыу линияһы хужаларының яҙма рөхсәтенән тыш төҙөлөш, монтаж, ер ҡаҙыу эштәре башҡарыу, йөк тейәү-бушатыу, шул иҫәптән эре габаритлы махсус техника ҡулланып, коммуникациялар һалыу;
  • ялан стандары, мал өсөн кәртә-һарайҙар төҙөү, бесән, һалам кәбәндәре ултыртыу, ауыл хужалығы культураларына һыу һибеү;
  • кипкән үләнде үртәү, ял итеү урындары ойоштороу.

Хөрмәтле ата-әсәләр!
Ошо ҡағиҙәләр менән балаларығыҙҙы ла таныштырығыҙ. Уларға электр линиялары эргәһендә уйнарға рөхсәт итмәгеҙ. Шулай уҡ электр ҡоролмаларының бүлеү станциялары, трансформаторҙар янында уйнау, өҙөлөп ятҡан йәки һәлберәп торған электр үткәргестәргә яҡынайыу хәүефле икәнлеген аңлатығыҙ.

Хөрмәтле граждандар!
Һауа һәм кабель линияларын һаҡлау зонаһында эш башҡарыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ! Үҙегеҙҙе һәм эргә-тирәләге кешеләрҙе электр тогы һуғыуына юл ҡуймағыҙ! Һаҡлау зоналарын боҙоу, электр-техник ҡорамалдарҙы урлау йәки уларға зыян килтереү осраҡтарында 2-14-83 телефоны аша диспетчерға хәбәр итегеҙ.
 
Район электр селтәре.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.