2 июл. 2012 г.

АКЦИЯЛАР

“Һәр кешегә үҙ милләте
өсөн ғорурлыҡ хас...”


     Кешелек барлыҡҡа килгәндән алып, һәр быуын шатлығын да, ҡайғыһын да кисерә, төрлө афәткә дусар була, уны еңеү юлдарын эҙләй һәм табыуға өлгәшә. Беҙҙең йәмғиәткә аслыҡ-яланғаслыҡ янамаһа ла, әҙәм балаларын СПИД, наркотиктар, эскелек себен урынына ҡыра. Етмәһә, илебеҙгә генә түгел, ә бар Ер шарына терроризм һәм экстремизм хәүефе янай.

     20 майҙа республикала старт алған йәштәрҙең “Дуҫлыҡ эстафетаһы” акцияһы ла ошондай мөһим проблемаларҙы хәл итеү өсөн иғлан ителде. Был сараның маҡсаты – йәш быуында милләт-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ, башҡа дин вәкилдәрен ихтирам итеү тойғоларын уятыу, уларҙы шикле дини ағымдарҙан һаҡлау һәм яҡлау ине.
     27 июнь – Рәсәй йәштәре көнөндә – баймаҡтар эстафетаны Әбйәлил районы йәштәренә тапшырҙы. Акция “түңәрәк өҫтәл” артындағы мөһим һөйләшеүҙән башланды. Унда Урал аръяғы райондарында эш иткән дини ағымдар, терроризм һәм экстремизм менән көрәш проблемалары күтәрелде. Әңгәмәлә хоҡуҡ һаҡлау, психологик үҙәк хеҙмәткәрҙәре, дин әһелдәре, район гәзиттәре мөхәррирҙәре, уҡытыусылар ҙа ҡатнашты.
    Муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин: “Беҙ балаларҙы, йәштәрҙе бер-береһен “түҙергә” генә түгел, ә ихтирам итергә, уртаҡ тел табырға өйрәтергә бурыслыбыҙ. Әлбиттә, бар донъяға хас проблемалар Баймаҡ яҡтарын да урап үтмәне. Шулай ҙа был йәһәттән беҙҙең районда күп профилактик эштәр башҡарыла”, – тип былтырғы һәм ағымдағы ярты йыллыҡта үткәрелгән саралар менән таныштырҙы. Шулай уҡ Илдус Әдиф улы: “Һуңғы ваҡытта традицион бумаған ислам, уға эйәргән йәштәр тураһында күп әйтелә. Ә был проблема ниҙән килә һуң? Йәштәрҙең мәғлүмәтһеҙ булыуынан бит. Шуға күрә йәш быуынды ысын дин нигеҙҙәре, уның тарихы менән таныштырыу мөһим”, – тине.
     4-се мәктәп директорының тәрбиәүи эштәре буйынса урынбаҫары Г.Р. Байдәүләтова быйылғы уҡыу йылынан яңы фән индереләсәге тураһында әйтеп үтте. “Унда балалар дин нигеҙҙәрен өйрәнәсәк. Беҙ уҡыусыларҙы ниндәйҙер дингә йәлеп итмәйәсәкбеҙ, ә улар менән таныштырасаҡбыҙ. Юғиһә, ҡайһы бер ата-әсәләр борсолоуын да белдерә башланы. Был дәрес өсөн баһа ла ҡуйылмаясаҡ. Маҡсат бер –уҡыусыларҙы Ер шарындағы диндәр, уларҙың килеп сығышы, тарихы менән таныштырыу, башҡа милләт вәкилдәренә ихтирам тәрбиәләү. Шул саҡта ғына беҙ йәш быуынды ысын диндән дини ағымдарҙы айырырға өйрәтә аласаҡбыҙ, уларҙы насар уйлы кешеләрҙән һаҡлап ҡаласаҡбыҙ”, –тине Гөлшат Рим ҡыҙы.
    Баймөхәмәт хәҙрәт Ғиззәтуллин: “Баймаҡ мәсетендә экстремизмға ҡаршы һөҙөмтәле профилактик эштәр алып барабыҙ тигән фекерҙәмен. Билдәле булыуынса, үткән быуаттың 90-сы йылдарында илебеҙгә төрлө дини ағымдар килеп инде. Улар, тәү сиратта, үҙ рәтенә йәштәрҙе алырға ынтылды. Сөнки йәш кеше бер ниҙән дә ҡурҡмай, йөрәгенә һалынған, хаҡ тип уйлаған фекер өсөн ул йәнен бирергә әҙер. Республикала, шул иҫәптән районда ла, Хизб-ут-Тәхрир, ваххабизм юлынан китеүселәрҙең барлығы һәр кемгә мәғлүм. Хәҙерге ваҡытта уларҙың етәкселәре һаҡ аҫтына алынып, тикшереү бара, йәштәр ҙә аҡты-ҡаранан айырып, ысын дин юлына кире ҡайта башланы. Шуға күрә мәсеткә йөрөп, ғәрәп телен өйрәнеүсе ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе бер кем дә юлдан яҙҙыра алмаҫ тип ышанам”, – тип һөйләп үтте.
     Башҡортостан Республикаһы экстремизмға ҡаршы үҙәктең өлкән оперуполномоченныйы И.М. Ҡансурин: “Быға тиклем беҙ Хизб-ут-Тәхрир, ваххабизм кеүек традицион булмаған дини ағымдарҙы белһәк, хәҙер уларға “Ата юлы” (Афғанстан яғынан килгән) тип аталғаны ла өҫтәлде. Шуны билдәләп китергә кәрәк, тәүге ике ағымға Ҡөрьәнде, уның сүрәләрен белеү хас булһа, һуңғыһы дини яҡтан наҙан. Улар кешене алдап, аҡса эшләү менән мауыға. Был юлдан китеүселәрҙең Мөжәүир хәҙрәттең ҡәберлегенә барып, йыйындар үткәреүе билдәле. Шулай уҡ “Русские за русских!” тип аталып, христиан диненә һылтанып эш итеүселәр ҙә бар. Әлбиттә, һәр кешегә үҙ милләте өсөн ғорурланыу хас, әммә ул үҙенең милләтен башҡаларҙан өҫтөн ҡуйһа, икенселәрҙе һанламаһа, был экстремизмға инә”, –тине.
     Әбйәлил районы хакимиәтенең йәштәр комитеты рәйесе Р.Ю. Рәхмәтуллин: “Районыбыҙҙа күпселек башҡорттар йәшәһә лә, рустар, украиндар һ.б. милләт вәкилдәре лә бар. Әлбиттә, төрлө халыҡтың  үҙ-ара татыу йәшәүе урындағы етәкселектең эшмәкәрлегенә бәйле. Шуға күрә районыбыҙҙа мәҙәни һәм спорт саралары, акциялар һ.б. йыш үткәрелә. Кешеләр ҙә үҙ-ара татыу, матур йәшәй”, – тип әйтте.
    Введенский храмының настоятеле игумен Сергий Максименко дин әһелдәренә айына бер мәртәбә мәктәп уҡыусылары, йәштәр менән осрашып, уларҙы борсоған дини проблемаларға туҡталып, һорауҙарына яуап биреү мөһимлеген билдәләп үтте. “Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге”нең Баймаҡтағы филиалы директоры Э.И. Мукаева ололарға баланы, тәү сиратта, хис-тойғоло, миһырбанлы кеше итеп тәрбиәләргә кәрәклеген аңлатты. 
     Баймаҡ районы хакимиәтенең йәштәр комитеты рәйесе З.Р. Яҡшығолова “түңәрәк өҫтәл” артындағы мөһим һөйләшеүҙән тейешле һығымталар яһаласағын, бөгөн индерелгән тәҡдимдәр мотлаҡ эш планына алынасағын белдерҙе.
     Артабан Баймаҡ һәм Әбйәлил йәштәре төрлө спорт ярыштарында (теннис, балыҡ тотоу, дартс һ.б.) үҙ көсөн һынап ҡараны, психологтар үткәргән тренингтарҙа ҙур теләк менән ҡатнашты, лагерҙа ял итеүсе балалар араһында һүрәттәр конкурсы үткәрҙе, бай йөкмәткеле концерт ҡараны.
     Эйе, йәмле, матур Граф күле буйында баймаҡтарҙан әбйәлилдәргә тапшырылған эстафета-акцияға башҡа район йәштәре лә ҙур теләк менән ҡушылыр, илебеҙҙең ҡеүәтен ҡаҡшатҡан милләт-ара низағ, дини талаш, тыныслығыбыҙға янаған терроризм һәм экстремизмға юл ҡуйылмаҫ, тип ышанабыҙ.
     Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.