23 июл. 2012 г.

ЙЫЛЫ ҺҮҘ – ЙӘН АҘЫҒЫ

    ХЕҘМӘТТӘ СЫНЫҠҠАН ЙӨРӘК

   
    Насар һөнәр булмай, яратып башҡарһаң, барыһы ла яҡшы, тиҙәр. Әммә: “Төпкөл ауыл ерендә иң кәрәкле һөнәр ҡайһыһы?” – тигән һорау тыуа ҡалһа, минең: “Фельдшер-акушер!” – тигән яуабым менән, моғайын, күпселек килешер ине. Сөнки яңы тыуғанынан алып оло йәштәгеһенә тиклем саҡ ҡына сирләп киттеме – барыһы ла медиктар ярҙамына мохтаж. Эйе, һүҙем ғүмерен ошо изге һөнәргә бағышлаған эшһөйәр, сабыр, кешелекле йән хаҡында.
Халыҡты тәбиғәтте, эскән һыуҙы бысратмаҫҡа, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнергә өндәй. “Шул арҡала “Урыҫ Минсылу” исеме лә алдым”, – тип көлә ул. Бөтә урында ла бәҙрәф, йәйләүҙәрҙә мунса, эш урындарында таҙалыҡ, тейешле шарттар булдырыуҙы талап итә, һөттөң таҙалығын аҙнаһына 2 тапҡыр тикшерә. 4 йәйләүҙәге һауынсыларҙың, балаларының һаулығын тикшергән арала агитбригада менән концерттар ҡуйырға ла өлгөрә тынғыһыҙ хеҙмәткәр. Шундай талапсанлығы, егәрлелеге арҡаһында халыҡтың ышанысын, абруйын яулап ҡына ҡалмай, һәр кем унда үҙенең яҡлаусыһын, һаҡлаусыһын күреп, үҙ итә.
   
    Миңсылыу Баймөхәмәтова Үрге Иҙрис ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә донъяға килгән. Иҙрис, Ҡолсорала – башланғыс белем ала, артабан уға Муллаҡай ете йыллыҡ һәм Түбә урта мәктәптәрендә уҡырға тура килә. Ошо көндәрҙә 75 йәшен тултырған инәй был мәктәптәрҙә белем һәм артабанғы тормош юлында һабаҡ биргән барлыҡ уҡытыусыларын да яҡшы хәтерләй, һәммәһенә лә рәхмәтле ул.

    – Түбә мәктәбенең 10-сы класын тамамлар алдынан ғына мәктәптең ятағына ауылдарҙан трахома менән ауырыған балаларҙы килтереп урынлаштырҙылар. Мин бында 3 ай тәрбиәсе-шәфҡәт туташы булып эшләнем, – тип иҫләй ул хеҙмәт юлының башын. Артабан һатыусы, штукатур-маляр һөнәрҙәрен үҙләштерә, әммә күңелендә медицинаға ҡарата һөйөү осҡоно тоҡанып өлгөргән була – ул Сибай медучилищеһына уҡырға инә. Уны 1964 йылда тамамлап, “Йылайыр” совхозының Урал бүлексәһендә кәҫтән һуғылған бәләкәй генә клубтың бер мөйөшөндә фельдшер булып эш башлай. “Эш бүлмәлә түгел, беләктә, йөрәктә!” – тип үҙ-үҙен дәртләндереп ихлас тотона ул. Ҡыҙылса, ҡыҙамыҡ, дифтерия сирҙәре көслө ваҡыт, прививкалар эшләнмәгән, эшләнһә лә, тейешле яҙыуҙар алып барылмаған була. Киҙеү, туберкулез, педикулез, ҡысынма кеүек сирҙәрҙең сәскә атҡан сағы. Ҡыҫҡаһы, эш етәрлек. Участка дауаханаһына – 25, ә районға – 120 км булыу арҡаһында ҡыш көндәрендә сирлеләрҙе трактор тағылмаларында йөрөтөргә тура килә уға.
    Эштең күплеге рухи яҡтан сыныҡтыра бит ул. Ең һыҙғанып  эшләгән Миңсылыу Дауыт ҡыҙы төп хеҙмәтенән тыш йәмәғәт эштәренең башында йөрөй, ауылдаштарының абруйын ҡаҙанып, депутат, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе итеп һайлана. “Мари, ҡаҙаҡ, үзбәк, татар, башҡорт, урыҫ милләтле халыҡтар йәшәгән ауылда эшләнем, һәр йортта ҡәҙер-хөрмәт күрҙем”, – тип һағынып иҫкә ала ул эш башлаған ауылын. 1966 йылда Миңсылыу Баймөхәмәтованы Иҙрис медпунктына фельдшер-акушер итеп эшкә күсерәләр. Шундай уҡ ихласлыҡ менән “Октябрҙең 50 йыллығы” исемле колхоз халҡына медицина ярҙамы күрһәтә, медпункт мөдире була. Бында ла эш муйындан:  пневмония, ҡыҙылса, ҡыҙамыҡ, таҙ, анемия, туберкулез, бруцеллез, трахома менән балалар күпләп ауырый.
    – Көнөнә ике тапҡыр өс ауылға йөрөп күҙҙәренә дарыу һалып, трахоманы саҡ еңдек. Бында ла күптәргә прививка эшләнмәгән. Ҡул аҫтымда 2000 кеше. Ҡолсора мәктәбендә генә 770 бала уҡый. Башланғыс мәктәптәр – икәү, садиктар юҡ, дүрт ауылға 1 клуб. Мәктәптәр бәләкәй, бүлмәләр тар, яҡтылыҡ, һауа етмәй, күп балаларҙың күҙҙәре насар күрә. Ауыл араһында йәшеллек юҡ, урам араһынан йөрөү өсөн һаҙлыҡта йөрөй торған итек кейергә кәрәк була ине... Шундай шарттарҙа эшләргә тура килде, – тип ауырлыҡтарҙы теҙһә лә, бөгөн шул мәлдәрҙе иҫләгәндә инәйҙең күңел түрен һағыныу тойғоһо биләмәй ҡалмай. Эшкә килеү менән баҡса тултырып емеш-еләк, сәскәләр үҫтерә башлай. Халыҡты тәбиғәтте, эскән һыуҙы бысратмаҫҡа, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнергә өндәй. “Шул арҡала “Урыҫ Минсылу” исеме лә алдым”, – тип көлә ул. Бөтә урында ла бәҙрәф, йәйләүҙәрҙә мунса, эш урындарында таҙалыҡ, тейешле шарттар булдырыуҙы талап итә, һөттөң таҙалығын аҙнаһына 2 тапҡыр тикшерә. 4 йәйләүҙәге һауынсыларҙың, балаларының һаулығын тикшергән арала агитбригада менән концерттар ҡуйырға ла өлгөрә тынғыһыҙ хеҙмәткәр.  Шундай талапсанлығы, егәрлелеге арҡаһында халыҡтың ышанысын, абруйын яулап ҡына ҡалмай, һәр кем унда үҙенең яҡлаусыһын, һаҡлаусыһын күреп, үҙ итә. Йылына 66 – 67 бала тыуа, шуларҙы яҡты донъяға ҡабул итергә лә тура килә уға. Хәҙер ул сабыйҙар үҙҙәре олоғайып бөткән инде. Шулай итеп хеҙмәтенә бөтә йөрәген һалып эшләгән һәм йәшәгән инәй тормошоноң бөтә шатлығын да, ауыр саҡтарын да тик эше менән бәйләп хәтерләй. Ҡыйынлыҡтар йөрәген семтеп һыҙлатһа, тырышлыҡ емештәренең татлылығы бәхет күктәренә күтәрә. Тынғыһыҙ хеҙмәте лә юғары баһалана – Маҡтау ҡағыҙҙарының иге-сиге юҡ, 1973 йылғы Социалистик ярыш еңеүсеһе була, В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн миҙал тапшырыла. Егәрле ханымдың тормош елдәренә ҡаршы тороп яңғыҙы тәрбиәләгән ҡыҙы Дилә лә әсәһенең һөнәрен үҙ итә – врач һөнәрен һайлай. Бөгөнгө көндә Дилә Зөлфәт ҡыҙы үҙәк район дауаханаһының алмаштырғыһыҙ фтизиатры. Тормош иптәше Ғәфүр Ишбулды улы менән өс бала үҫтерәләр. Миңсылыу инәй оло һөйөү менән ейән-ейәнсәрҙәрен баға.
    Ошондай оло тормош тәжрибәһе туплаған Миңсылыу инәйҙе 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлап, артабан да ҡыҙына, ейән-ейәнсәрҙәренә ныҡлы терәк, аҡыллы кәңәшсе булып, һыҙланыу белмәй оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйек.
    Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.
    Автор фотоһы

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.