27 июл. 2012 г.

Тәбиғәт һәм беҙ

Һунар итеү миҙгеле башлана


2011/12 йылғы һунар итеү миҙгелендә Баймаҡ Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан законһыҙ һунар итеү осраҡтары теркәлде. Браконьерҙар ҡулынан бер илек, дүрт мышы һәләк булды. Һөҙөмтәлә, дәүләт 521 мең һум зыян күрҙе. Был аҙымға барыусылар енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылды. Суд ҡарары буйынса улар 241 мең һум штраф түләне. Һунар итеү тәртибен боҙған өсөн өс административ протокол төҙөлдө, законһыҙ һаҡланған һәм ҡулланылған 1 винтовка тартып алынды.
 

Ағымдағы йылдың 18 авгусынан ҡарағай урманы, һыу, һаҙ, болон, кейек ҡоштарына һунар миҙгеле асылыуы көтөлә. Шуға бәйле һунарсыларҙы һунар итеү ҡағиҙәһен, янғын хәүефһеҙлеген  күҙәтергә саҡырам. Атыу ҡоралдары менән һаҡ эш итеү мотлаҡ.
 
Мәғлүм булыуынса, йыл башынан элекке һунарсылыҡ билеттары берҙәм федераль билеттарға алмаштырыла башланы. Әлеге ваҡытта 800 билет тапшырылған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, элекке билеттар менән һунар итеүгә рөхсәт бирелмәйәсәк.
 
Һорауҙар менән түбәндәге телефон буйынса мөрәжәғәт итергә: 3-15-28. Ҡабул итеү көндәре: дүшәмбе, кесаҙна, йома. Беҙҙең адрес: Баймаҡ ҡалаһы, Пименов урамы, 81, 13-сө бүлмә.
 
Ф.Аралбаев, әйҙәүсе белгес-эксперт.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.