13 июл. 2012 г.

Фекер

Яу, яу, ямғырым!


Һуңғы йылдарҙа йәй айҙары әҙ ямғырлы килә йә бөтөнләй ҡоролоҡ була. Был, әлбиттә, халыҡта ҙур хәүеф уята. Нимә булды? Беҙ генә түгел, ғалимдар ҙа баш вата, төрлө фараз килтерә. Ер шарының тарихында сираттағы осормо, әллә һуңғы 100 йылдағы кеше эшмәкәрлегенә бәйлеме? Сәбәптәре бик күптер.

Район буйынса уҙған ямғырҙар күбеһенсә беҙҙең Таулыҡай ауылын урап үтә. Хатта тау башындағы тимер торбаны ҡырҡып ҡаранылар. Юҡ, файҙаһы булманы. Яңыраҡ миңә көньяҡ-көнбайыш райондарында булырға тура килде. Унда быуаларҙың күплеге күҙгә салына. Таулыҡай ауылында колхоз рәйесе булып И.Ә. Зәйнуллин эшләгәндә, беҙҙә лә быуа төҙөлә башланы, ләкин ул киткәс, был эш тамамланмай ҡалды.
Ҡоролоҡтоң тағы бер сәбәбе – ағастарҙың кәмеүе. Был йәһәттән ауылдың ҡайһы бер кешеләре эшен өлгө итеп алырлыҡ. Абруйлы ир-уҙаман Хөрмәт Баййегетов үҙенең картуфлығында ағастар ултыртты. Ирғәле Хөсәйенов шәхси хужалығы тирәләй һәм Күстәнә тауында кәртәләп ағас үҫтерҙе. Был кешеләр үҙҙәренә тере һәйкәлдәр ҡалдырҙы. Һыу мәсьәләһе лә көнүҙәк булып ҡала бит. Шуға күрә ауылдарҙа ағастар үҫтереп һәм быуалар төҙөп беҙ хәлде яҡшыртырбыҙ, тигән өмөттә ҡалайыҡ. Шулай уҡ урындағы һәм район етәкселегенең Таулыҡай ауылы янында быуа төҙөү мәсьәләһен ыңғай хәл итеүҙәрен үтенәм.
Сәғит ИМАМБАЕВ.
Таулыҡай ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.