30 июл. 2012 г.

Коммуналь хужалыҡтарҙа

Йәйҙең ҡиммәткә төшкән йылыһы


Тышта йәйҙең иң ҡыҙыу, иң эҫе көндәре хакимлыҡ итә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йылылыҡ менән тәьмин итеүсе предприятие эҫе көндәрҙә лә был хеҙмәт өсөн түләү талап итә. Ни өсөн? Һүҙ юҡ, күптәрҙе ошо һорау борсой. Шунлыҡтан был мәсьәләгә асыҡлыҡ индереүҙе һорап “Йылылыҡ селтәре –  Баймаҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бухгалтеры Ф.Р. Яҡуповаға мөрәжәғәт иттек.

– 2012 йылдың 1 июленән Башҡортостан Республикаһының Дәүләт комитеты ҡарарына ярашлы, йылылыҡ менән тәьмин итеү буйынса тарифтар үҙгәреш кисерҙе. Әгәр ҙә быға тиклем  16 һум 79 тин тәшкил итһә, хәҙер иһә ул 17 һум 87 тин. Тариф “Йылылыҡ менән тәьмин итеү тураһында”ғы федераль Законға һәм “Рәсәй Федерацияһында электр һәм йылылыҡ энергияһына ҡарата хаҡтарҙы көйләү тураһында”ғы ҡарарға нигеҙләнеп, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан раҫлана.

Ни өсөн йәйгеһен дә йылылыҡҡа түләү талап ителә? Тап ошо һорау күптәрҙе борсой ҙа инде. Беҙгә лә ошо мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт итеүселәр күп. Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитетының ҡарары менән раҫланған “Граждандарға коммуналь хеҙмәт күрһәтеү ҡағиҙәләре”нә ярашлы, йылылыҡ менән тәьмин итеү тарифы теүәл бер йылға иҫәпләп сығарыла. Дөйөм сумма 12 айға, йәғни йыл дауамына һәр айға тигеҙ өлөштәргә бүлеп күрһәтелә. Айҙың унына тиклем ҡабул ителгән түләү документтарына нигеҙләнеп, киләһе түләү суммаһы билдәләнә (әгәр күп ҡатлы йорттар идаралығы тарафынан башҡа төрлө ваҡыт күрһәтелмәгән булһа).
 
Йылылыҡ өсөн “УралСиб”, “Социнвестбанк”, ПТБ банктарында, шулай уҡ почтала һәм “Йылылыҡ селтәре – Баймаҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең кассаһында түләргә мөмкин.
 
Беҙ ваҡытында иҫәпләшеүселәргә рәхмәтлебеҙ. Сөнки тап улар тотороҡло эшләүгә булышлыҡ итә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бурыслылар һаны ла арта бара. Ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан 31 июненә тиклем дөйөм бурыс 2 миллион 883 мең 458 һум тәшкил итә. Ҡайһы бер фатирҙарҙа алты ай эсендә 7-8 мең һумға бурысҡа батыусылар ҙа бар. Шуға күрә уңайлыҡтар өсөн бурыстарҙы ваҡытында ҡаплап барыуҙы һорайбыҙ. Был сара предприятиеға ҡышҡа әҙерлек эштәрен алып барыуға ла бәйле. Әгәр ҙә һалҡын, ыжғыр буранлы көндәрҙә өшөп ултырмайыҡ, тиһәк, бурыстарҙы ваҡытында түләү мотлаҡ.
 
Лилиә Такаева әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.