27 июл. 2012 г.

Дин һәм иман

“Асылыбыҙға ҡайтайыҡ”


Заманалар булған элгәре,
Булған илдең батыр улдары...
Ошо шиғыр юлдарын уҡыған ваҡытта халыҡтың яҙмышына битараф булмағандарҙың йөрәктәре әрнемәй ҡалмайҙыр. Сөнки халыҡтың күркәм холҡо, эске һәм тышҡы байлығы, иманы юғала барыуы бер кемгә лә сер түгел. Был ҡыҙғаныс күренеш ныҡлап XX быуат дәүерендә күҙәтелә. Мосолман булмаған халыҡтарға эйәреп “Заманса йәшәйек”, “Был донъянан барыһын да татып, алып ҡал” тигән яңылыш принциптарға таянып йәшәгән ҡәрҙәштәрем, ҡыҙғанысҡа күрә, әле лә бар. Ундайҙарға һорау биргән ваҡытта: “Бер мәртәбә йәшәйбеҙ, барыһын да татып ҡалырға кәрәк”, “Ожмах менән тамуҡты кем күргән дә, кем булған”, – тигән аҙғын яуаптар ишетергә тура килә. Быуат дәүерендә Рәсәй халыҡтарын ағыулауға, аҙҙырыуға ҡарамаҫтан, әлеге көндә Илем, Халҡым, Динем тип янып-көйөп йәшәгән апай-ағайҙарыбыҙ, әлхәмдүлилләһ, байтаҡ. Халыҡ араһында дәғүәт эштәре алып барыу өсөн уларҙың йөрәктәре аша күпме уйланыуҙар, һыҙланыуҙар, һыҡтаныуҙар үткән. Ҡан-ҡәрҙәштәрен тамуҡ утынан һаҡлау маҡсаты менән үҙҙәрен сетерекле хәл аҫтына ҡуйыусылар ҙа бар. Иншаллаһ, ундайҙар Аллаһ Сөбхана Тәғәлә ризалығын алырҙар!

Башҡортостаныбыҙҙың төрлө райондарында мәсеттәр төҙөлә, ләкин унда йөрөүселәр бик аҙ, бигерәк тә ауыл ерендә. Ҡайһы берәүҙәр мәсетте музей байҡаған кеүек Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарында ғына барып күрәләр. Һәр мосолман мотлаҡ рәүештә йома намаҙын мәсеткә барып ҡылырға тейеш. Үҙебеҙҙең киләсәгебеҙ, динебеҙ хаҡында уйланһаҡ, бөгөндән алып Ислам динен ҡабул итеп, диндән тайпылмайса ысын мосолман булып йәшәйек, ҡан-ҡәрҙәштәрем! Халҡыбыҙҙы ишәйтеү тураһында уйланайыҡ, Башҡорттар! Башҡорт халҡы йә тулыһынса дингә күсеп бәхетле йәшәйәсәк, йә ул бөтәсәк! Башҡаса юл юҡ! Аллаһ Сөбхана Тәғәлә: “Һеҙҙең ҡәүемегеҙҙә бер кеше миңә табынып, миңә иман килтермәһә, мин ул ҡәүемде бөтөрәсәкмен!” –тигән. Әлхәмдүлилләһ, ауыл-ҡалаларыбыҙҙа халыҡтың аңы үҫә башланы. Бер кеше лә мәсетте үҙенең шәхси исемен үҫтереү өсөн һалдырмай, ул уны Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн эшләй. Мәсет – ул Аллаһы Тәғәлә йорто! Ауылыбыҙҙа мәсет бар икән, беҙ Аллаһ Тәғәлә йортона йәнәш йәшәүебеҙ менән бәхетле. Шул уҡ ваҡытта рухыбыҙ, күңелебеҙ, йөрәгебеҙ менән дә Аллаһ Сөбхана Тәғәләгә яҡын булайыҡ! Ҡушҡанын үтәйек, тыйғанынан тыйылайыҡ! Һәр эшләгән эштәребеҙ, уйлаған уйҙарыбыҙ Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн булһын. Халҡым, етди уйланырға урын бар. Балаларыбыҙ, киләсәк быуыныбыҙҙы уйлайыҡ. Үҙебеҙ ожмахҡа эләгеп тә, балаларыбыҙ тамуҡ утында янһа, уларға ҡарап ниндәй ата-әсәнең йөрәге түҙер? Эй, Раббым, бындай яфаларҙы кисерергә насип итмә. Үҙебеҙ үлеп китһәк, мәсеттәргә йома намаҙына балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ барып намаҙ уҡыһа, Ҡөрьән сығарһа, улар алған сауап беҙгә лә яҙыла бит. Сөнки ҡасандыр ҡошсоҡтарыбыҙҙы иман юлына беҙ этәргәнбеҙ. Хәҙерге заманда киң таралған һатыу юлы – селтәрле маркетингты күҙ алдына килтерегеҙ. Ул бит юҡтан асылмаған.
Халҡым, ҡурҡыу белмәҫ, батыр, ҡыйыу, иманлы, талапсан, сабыр холоҡло улдар һәм ҡыҙҙар үҫтерәйек! Үҙебеҙҙең ҡыҙҙарыбыҙҙы саф итеп һаҡлайыҡ. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм әйткән: “Саф булған ҡыҙ-ҡырҡынға, йәиһә тол ҡалған ҡатын-ҡыҙға өйләнегеҙ!” Был милләт билдәһе, милләт сафлығы, ир һәм ҡатын-ҡыҙ бәхете!
Башҡорт халҡының XII быуатта Ислам диненә күсеүенә Үзбәк хан булышлыҡ иткән. Шул замандан алып халҡым Ислам динен тотоп бәхетле йәшәне. Күпләп мал тоттолар, өйөр-өйөр йылҡы үрсеттеләр, мосолманға рөхсәт ителгәнсә, өсәр-дүртәр ҡатын алып, балалар үҫтереп йәшәнеләр. Үткән быуаттарҙа башҡорт халҡы өсөн бигерәк тә ығы-зығылы ваҡыттарҙа ҙур шәхси донъя алып барыуҙарына ҡарамаҫтан, йәмәғәт эштәрен дә юғары кимәлдә башҡарҙылар.
Зинһар өсөн, ҡәрҙәштәрем, халҡымдың быуаттар буйына сыныҡҡан рух һәм дин ныҡлығына хыянат итмәйек, ысын мосолман булып йәшәйек! Бының өсөн Аллаһы Тәғәләнең ҡушҡанын үтәп, тыйғанынан тыйылып, ваҡытында намаҙ уҡып, Ураҙа тотоп, саҙаҡа таратып, бурыстарыбыҙҙы үтәп йәшәү етә!
Ф. Әхмәров.
Ҡыуат ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.