11 июл. 2012 г.

Кәңәшмәләр


Эш темпын арттырырға!

Ленин исемендәге АХК базаһында мал аҙығы әҙерләү буйынса үткән семинар-кәңәшмәлә район ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәренә ошондай бурыс ҡуйылды

Һауа торошоноң эҫе булыуы, яуым-төшөмдөң юҡлығы мал аҙығы әҙерләүҙәге хәлде көндән-көн киҫкенләштерә. Күп урындарҙа яҙғыһын сәселгән культураларҙың сығышы насар, унан йыйылған йәшел масса ла түбән. Шулай ҙа Ленин исемендәге АХК ҡышҡа аҙыҡ запасы туплауҙы яҡшы темпта башҡара. Был иһә кооперативтың ҡулайлы ваҡытта яҙғы сәсеүҙе тамамлауы, ике йыллыҡ культураларҙы күп күләмдә сәсеүе һәм башҡа агротехник алымдарҙы уңышлы ҡулланыу һөҙөмтәһе булып тора.
Әле бында мал аҙығы әҙерләү яҡшы кимәлдә бара. 500 тонна бесән тупланған, сенаждың запасы 2264 тонна тәшкил итә. Был яҡшы күрһәткестәр былтыр сәселгән ужым арышы һәм донниктың көҙгө-яҙғы дым мәлендә үҫеүенән килә. Бер йыллыҡтарҙың да сығышы яҡшы. Былар барыһы ла гектарынан 7 центнерға яҡын бесән йыйып алыу мөмкинлеге бирә.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар тәүҙә ырҙын табағының торошон ҡараны. Буласаҡ уңышты ҡабул итеүгә, эшкәртеүгә һәм һаҡлауға бында тулыһынса әҙерҙәр: келәттәр таҙартылған, сәсеүҙән артып ҡалған орлоҡҡа ревизия үткәрелгән һәм ул тейешле һаҡлау урындарына күсерелгән. Әйткәндәй, бында 75 тонна арпа, 150 т ужым арышы, 27 т һоло, 10 т рапс һәм 4 т судан үләне орлоғо бар. Был ҙур запас булып тора.
Артабан хужалыҡ етәкселәре баҫыуҙарға сығып, мал аҙығы әҙерләү барышын күҙәтте. Эшсәндәрҙең ғәҙәттәгесә уттай ҡыҙыу эш мәле ине. Кооператив тарафынан йыл һайын техника паркын яңыртыу, эште дөрөҫ ойоштороу үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Быны сарала ҡатнашыусылар үҙҙәре күрә алды: мал аҙығы әҙерләү конвейерына 2 сапҡыс, 2 комбайн, 2 пресс-йыйғыс һәм 2 берәмек техника тырматыуға йәлеп ителгән. Һаҡлау урындарына ташыу ҙа өҙлөкһөҙ алып барыла. Былар барыһы ла көн дә 50-60 тонна мал аҙығы тупларға мөмкинлек бирә. Эштең ошолай ойошторолоуы үләндең ваҡытында сабылыуын, йәшел массаның артыҡ кипмәүен һәм бесәндең яҡшы сифатлы булыуын тәьмин итә.
Семинарсылар хужалыҡтың арыш, арпа, бойҙай, борсаҡ, судан үләне, кукуруз, ҡарабойҙай үҫкән баҫыуҙарҙың яҡшы торошона ла иғтибар итте. Баш агроном Р.Ғ. Рәхмәтуллин белдереүенсә, әле бар культуралар ҙа үҙ мәлендә өлгөрә: ашлыҡ башаҡланыу, борсаҡ - ҡуҙаҡланыу фазаһында, ҡарабойҙайҙың сәскә атыуы яҙғы сәсеүҙең үҙ мәлендә башҡарылғанын күрһәтә.
Ғөмүмән, Ғ.Б. Сәлимов етәкләгән Ленин исемендәге АХК бөтә позициялар буйынса ла башҡаларға өлгө булып тора. Ошо хаҡта пленар өлөштә лә әйтелде. Район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов һәм уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Р.Р. Әбүбәкиров үҙҙәренең сығыштарында етәкселәргә мал аҙығы әҙерләү темпын арттырыу бурысын ҡуйҙы. Эҫе һауа шарттарында үлән ҡата, массаһы кәмей. Шулай уҡ башҡа эштәрҙе лә онотмаҫҡа кәрәк – пар эшкәртеү, малдарҙы өҫтәлмә туҡландырыу, көҙгө сенажға йәйге культуралар сәсеү, ҡоротҡостарға ҡаршы көрәш тә иғтибар талап итә. Быйылғы һауа торошо арҡаһында игендәр тиҙ өлгөрә, республикала ураҡ былтырғынан бер айға алдан башланды. Шуға күрә лә ашлыҡтың төшөмө насар булһа ла уны үҙ мәлендә йыйырға кәрәк.
Айбулат ИШНАЗАРОВ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.