13 июл. 2012 г.

Конкурстар

Сәсәндәрен йыйҙы атайсал


...Тәбиғәт ҡосағы. Урал батыр рухы менән илһамланған балалар бер-береһен уҙҙырып мәшһүр эпосты яттан һөйләй. Был матур йола йыл да камиллаша бара: йылдан-йыл төрлө телдәрҙә генә һөйләнеп ҡалмай, милли музыка ҡоралдары оҙатыуында ла яратып башҡарыла. Бәйгене ойоштороусылар уның киләсәк өсөн ниндәй әһәмиәтле буласағын белеп, тойоп, шул тиклем оло эш башҡара. Уның 13 йыл үткәрелеү дәүерендә байтаҡ тәрбиәләнеүселәре үҫеп сығып, төрлө өлкәне әүҙем яулай.

Быйыл «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса 14-се республика йәш сәсәндәр бәйгеһе Сибай ҡалаһының «Юлдаш» һауыҡтырыу лагерында үтте. Матур тәбиғәте, яғымлы халҡы менән атайсал өс йөҙҙән ашыу кешене ҡосағына һыйындырҙы. Башҡорт ҡаһармандары Ватан һуғышына тап ошо бәйге үткәрелгән урында яуға оҙатылған. Был тарихи мәғлүмәт барыһын да ҡыҙыҡһындырҙы.
Республика бәйгеһендә Ҡолсора урта мәктәбе командаһы (етәксеһе Айгөл Әбсәләмова) һәм Кәрешкә мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Гөлнара Казарбаева (етәксеһе Яңылбикә Вәлишина) районыбыҙ намыҫын яҡлап сығыш яһаны. Уларҙың бәйгенән тәьҫораттары шул тиклем бай, сағыу. 
 — Өс көн буйы барған конкурста республиканың бөтә төбәктәренән береһенән-береһе һәләтле уҡыусылар йыйылған ине. Бөтәһе 61 команда ҡатнашты. Көндөң ныҡ ҡыҙҙырыуы ла, команданың йәрәбә буйынса 59-сы булып сығыш яһауы ла беҙҙең күңелдәрҙе төшөрмәне.


Тәүге көндә үк «Урал батыр» эпосы буйынса викторина, команда менән таныштырыу уңышлы үтте. Бәйгенең икенсе туры буйынса беҙҙең Ҡолсора командаһы «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» эпосын сәхнәләштерҙек, – тип йылмая улар. Ауыҙ йырырлыҡ та шул: уҡыусылар ролгә инеп оҫта уйнап, жюриҙы таң ҡалдыра һәм  икенсе урын яулай, шулай уҡ Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ була. Улар былтыр Туймазыла үткән «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр бәйгеһендә лә Мәғариф министрлығынан Маҡтау грамотаһы алғайны. Афарин, ҡолсоралар!
Бәйгенең төп туры – эпосты яттан һөйләү буйынса Гөлнара Казарбаева ла һис һынатмай: эпосты тулыһынса 4 телдә һөйләп кенә ҡалмай, ҡумыҙҙа, ағас ҡумыҙҙа, думбырала уйнап, баһалама төркөмөн хайран итә. Шулай итеп, тырыш ҡыҙыҡай беренсе урынға лайыҡ була. Әйткәндәй, Гөлнара 2011 йылдың ноябрь айында ЮНЕСКО тарафынан ойошторолған «Урал батыр» эпосын сит һәм милли телдәрҙә һөйләү буйынса бәйгелә лә еңеүсе булғайны. Шулай уҡ уның бер туған апаһы Вәсилә Казарбаева 2008 йылда эпосты тулыһынса 7 телдә һөйләп, Гран-при яулағайны. Тырыш ҡыҙҙарҙы конкурсҡа әҙерләүсе педагог Яңылбикә Вәлишинаның хеҙмәтен баһаламай китеү яҙыҡ булыр. Ул үҙе лә «Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусыһы» конкурсында РФ Президенты грантына эйә булды.
Айгөл Фәрит ҡыҙы менән Яңылбикә Рауил ҡыҙының бәйгегә ихлас әҙерләшкән ярҙамсыларға рәхмәт һүҙҙәре лә бар: «Беҙҙең ҡаҙаныштарҙа думбыра серҙәрен өйрәтеүсе Балалар ижады үҙәге педагогы Рәйлә Бикбирҙинаның, Сибай ҡалаһы «Йәнгүҙәй» ҡумыҙсылар ансамбле етәксеһе Дилара Рафиҡоваларҙың хеҙмәте иҫ киткес ҙур булды. Форсаттан файҙаланып, уларға сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ», – тиҙәр улар.
Киләһе йылда үтәсәк бәйгелә тағы ла көс һынау өсөн сәм һәм дәрт алып ҡайтты бәйгеселәр. Эйе, Урал батырҙай сая уҡыусыларыбыҙ киләсәктә лә мәктәп, район намыҫын һәр саҡ шулай тырышлыҡ менән аҡлаһын, мәшһүр сәсәндәребеҙ рухына тап төшөрмәһен. Уңыштар һеҙгә!
Айгөл Иҙелбаева.
ҺҮРӘТТӘРҘӘ: Ҡолсоралар командаһы; Г.Казарбаева уңышы өсөн етәксеһенә рәхмәтле.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.