30 июл. 2012 г.

Йылы һүҙ – йән аҙығы

Оло йөрәкле ағайым


Был мәҡәләне яҙыр алдынан ауыр бала сағыбыҙ күҙ алдынан үтте. Әсәйебеҙ мәрхүмә яңғыҙы өс балаһын аяҡҡа баҫтырыр өсөн бөтә көсөн һалды, көнө-төнө эшләне, бирешмәй донъяһын да көттө, беҙгә белем алырға ла ярҙам итте. Үҙебеҙгә күрә һөнәр һайлап, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй йәшәп ятабыҙ. Йәнйегет ауылында йәшәгән ағайым Рифат Риф улы Табаков хаҡында бәйән итмәксемен.

Ағайым, нигеҙ ташын һыуытмай, үҙенең тырышлығы менән иркен йорт һалып инде, ошо изге йортта Гөлфиә еңгәйем менән алты балаға ғүмер бүләк итеп, ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәүҙәренә 20 йыл да булып китте. Ир кешенең төп бурысы – балаларҙы үҫтереп кеше итеү. Шул бурысыңа хыянат иттеңме, уңыштарың, дан-шөһрәтеңдең баһаһы төшә. Аллаға шөкөр, Рифат ағайым үҙенең бурысын үтәп йәшәй: балалары тәртиплеләр, яҡшы уҡыйҙар, ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйҙәр. Ағайым үҙенең балаларын ғына тәрбиәләп ҡалмай, ҡусты-һеңлеләренә, уландарына ла кәңәштәрен биреп тора. Ә минең өсөн Рифат ағайым йәнен бирергә әҙер, уның менән ултырып бер һөйләшеү – үҙе бер ғүмер. Арҡанан атайҙарса тупылдатып һөйөп, ҡосағына алһа, күҙҙәргә үҙенән-үҙе йәш тула. Мин уның ярҙамына, кәңәштәренә һәр ваҡыт мохтажмын. Ауылдаштары, туғандары алдында ла оло ихтирамға лайыҡ, үҙенән олоһона ла, кесеһенә лә кешелекле, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер ул.

Эшлекле ғаилә йыл да баҡсаларынан мул уңыш алып, ҡыш буйына етерлек ҡайнатма, тоҙлама әҙерләйҙәр, картуфын һатыуға ла етерлек итеп үҫтерәләр, урам-кәртә тултырып ҡош-ҡорт, мал-тыуар көтәләр. Ағайым бер ваҡытта ла дан-шөһрәт артынан ҡыуманы, намыҫы ҡушыуы буйынса йәшәй һәм балаларын да шуға өйрәтә. Ҡулынан килмәгән эше юҡ, емертеп малын да таба, донъяларында ла һәр ваҡыт йәм-нур, ҡот уйнап тора.
 
Рифат ағайым ошо көндәрҙә үҙенең 50 йәшлек алтын юбилейын билдәләй. Уға беҙ барыһы өсөн дә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Киләсәктә лә бирешмәй, һынмай, беҙгә, Гөлфиә еңгәбеҙгә һәм балаларға ныҡлы терәк булып, иҫәнлектә-һаулыҡта оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ.
 
Миңлегөл Ҡоланбаева.
Баймаҡ ҡалаһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.