11 июл. 2012 г.

Яңылыҡтар


Ҡотлайбыҙ!

Яҡташтарыбыҙ: БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай секретариаты етәксеһе З.И. Еникеев һәм БР Төбәк тикшеренеүҙәр институты директоры Й.Т. Һөйөндөков Башҡортостан Республикаһы ғилми берләшмәһе тарафынан БР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденттары итеп һайланды.

Беҙҙекеләр – еңеүсе!

Үткән шәмбе Силәбе өлкәһенең Красноармейск районындағы Дубровка ҡасабаһында 3-сө Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйы үтте. Был һабан байрамында Президент Р.З. Хәмитов етәкселегендә Башҡортостан Республикаһы делегацияһы ла ҡатнашты. Уның составында район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов та барҙы.
Милли-спорт байрамының төп тамашаһы булған ат ярыштарында баймаҡтар ҙа әүҙем ҡатнашты һәм ҙур еңеү яулап ҡайтты. Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ат спорты ярыштары еңеүселәре һынау тотҡан был бәйге бик көсөргәнешле үтте. Унда “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһенең Хорватка (һыбайлыһы С.Таймасова) ҡушаматлы менге аты 2000 метр араға уҙышыуҙа маҡтаулы өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Күпме әҙерләнгән?

Районда мал аҙығы әҙерләү дауам итә. Кисәге көнгә бөтәһе 1824 тонна бесән, 3380 тонна сенаж тупланған. Әйтергә кәрәк, уның барышы бик түбән. Тик Ленин исемендәге (шартлы һәр малға ҡарата 8,3 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән), “Рассвет” (5,7 центнер) АХК-ларында ғына хәл тотороҡло. Ә бына “Йылайыр”, “Уңыш”, Салауат исемендәге, “Таналыҡ”, “Аҡморон” хужалыҡтарында һалынған аҙыҡ күләме бик аҙ.

Тирә-яҡ мөхитте тикшереү өсөн

Мәғлүм булыуынса, БДУ-ның Сибай институты 1998 йылдан Санкт-Петербург Дәүләт университеты менән хеҙмәттәшлек итә. БДУСИ тамамлағандар төньяҡ баш ҡалала артабан уҡый, Питер студенттары шулай уҡ районға практикаға килә.
Яңыраҡ география факультеты студенттары тау-сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлегенең тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон тикшереү маҡсатында Күлтабан, Талҡаҫ күлдәре, Ҡарағайлы йылғаһы, Калинин һәм Моҡас ауылдары янындағы ерҙәрҙә булды. Бындай ялан практикаһы йыл да үтә, студенттар уҡыу осоронда бар илде урап сыға.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.