27 июл. 2012 г.

Эҙләйбеҙ!

Яугирҙарҙың кәүҙәләре табылды


Чернигов өлкә Советының (Украина) “Хәтер китабы” һәм “Тарих менән реабилитацияланыусылар” фәнни-документаль серияһын әҙерләү маҡсатында ойошторолған эҙләнеүселәр агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эҙләнеү эштәрен алып барыуҙа әүҙем ҡатнашыусы, Чернигов өлкәһенең Сосницк районы юридик бүлеге начальнигы Конятин ауылы үҙәгендәге туғандар ҡәберлегендә Башҡортостан Республикаһынан Бөйөк Ватан һуғышына алынған, бөгөнгө көнгә тиклем хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә булған ике яугирҙың кәүҙәләре ерләнеүен асыҡлаған.


 Улар:
  • Ғилманов Ҡадир Абдулхай улы, 1908 йылда тыуған, хәрби хеҙмәткә 1943 йылдың 14 авгусында Башҡорт АССР-ының Шишмә район хәрби комиссариатынан саҡырылған;
  • Цыбин Николай Сергеевич, 1913 йылда тыуған, хәрби хеҙмәткә 1941 йылдың 13 июнендә Башҡорт АССР-ының Маҡар район хәрби комиссариатынан саҡырылған.
Үрҙә һанап кителгән яугирҙарҙың туғандары һәм яҡындарының Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариаты бүлегенә (социаль һәм пенсия тәьминәте бүлексәһе) мөрәжәғәт итеүҙәре һорала.
 
Беҙҙең адрес: Баймаҡ ҡалаһы, Юбилей урамы, 34. Телефон: 3-16-11.
 
М. Мөхәмәтйәров,
Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариаты бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.