25 июл. 2012 г.

УҢҒАНДАР БЕҘҘЕҢ АРАЛА

    
     Рәил Әхмәт улы Буранбаев хеҙмәт юлын 1988 йылда Баймаҡ АТП-һының пассажирҙар колоннаһында водитель булараҡ башлай. Ошо дәүерҙә ул үҙен техник яҡтан грамоталы, эшһөйәр һәм намыҫлы эшсе итеп күрһәтә. Пассажирҙарға һәр ваҡыт изгелекле һәм иғтибарлы.

     Р.Ә. Буранбаев – үҙ һөнәренең оҫтаһы. Шуның өсөн дә ул коллективында абруй яулаған, йәштәрҙең остазы булып тора. Оҙаҡ йылдар намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн күп тапҡыр Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә,  I һәм II дәрәжә “Аварияһыҙ эшләгәне өсөн” знагына лайыҡ була.
     Рәил Буранбаев 2011 йыл эш һөҙөмтәһе буйынса райондың транспорт, элемтә һәм төҙөлөш предприятиелары араһында уңған водителдәрҙең береһе тип табыла һәм уға “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” тигән исем бирелә.
     Л. ТАКАЕВА фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.