6 июл. 2012 г.

Юбиляр түрҙе биҙәр

Бергә-бергә – ғүмергә!


Һәр кемгә һыйынырлыҡ йылы усаҡ, тыныс урын булыуы мөһим. Ғаилә – ул иң оло таянысыбыҙ, иң ышаныслы һыйыныр усағыбыҙ. Унда бер-береһен яратҡан, хәстәрлек күргән кешеләр йәшәй. Нисек кенә булмаһын, кеше шул ғаилә ҡосағында ял итә, рухи көс, дәрт-дарман йыя, күңелен бушатып, йән йәрәхәттәрен дауалай ала. Ғаилә ни тиклем ныҡ булһа, унан килгән йылылыҡ та шул тиклем көслө була. “Ныҡлы ғаилә – ил терәге”, – тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер.

Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең Сәйғәфәр ауылында ла пар ҡанатлы, һикәлтәле ғүмер юлдарынан матур итеп бергә атлаусы, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, татыу ғүмер кисереүсе, үҙҙәре кеүек итәғәтле, кешелекле, егәрле балалар тәрбиәләп үҫтереүсе ғаиләләр бихисап. Шундайҙар иҫәбенә тормоштоң күп һынауҙарын үтеп, күптән түгел алтын туйҙарын тантаналы рәүештә билдәләүсе Гөлсирә һәм Заһит Юнысбаевтарҙы, Әлмира һәм Әхмәҙулла Мөхәмәтдиновтарҙы, Зәйнәп һәм Шәкирйән Байбулатовтарҙы ла индерергә була. Улар, балалыҡ йылдары һуғыш осорона тура килеп, заманаларҙың ауыр мәлдәрен үҙ иңдәрендә татыған, хеҙмәт яратҡан, ел-ямғыр тейҙермәй балалар үҫтереп, уҡытып, башлы-күҙле иткән хөрмәткә лайыҡ кешеләр.
Юбилярҙарҙы ҡотлап, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ауыл китапханасыһы Миңзәлә Аткинаның боронғо туй йолаларын үҙ эсенә алған бай йөкмәткеле “Бергә-бергә – ғүмергә!” тип аталған сценарийы буйынса матур кисә үткәрҙе.
...Ҡояшлы, иҫ киткес матур көн. Йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, күҙҙәренән йәштәрсә нурҙар бөркөп торған парҙар етәкләшеп, элеккесә етеҙ атлап мәҙәниәт йорто алдына үтте. Байрамса кейенгән ауыл халҡы “килендәр”ҙе аяҡ осона яҫтыҡ һалып көслө алҡыштар менән ҡаршы алды. Байрамға йәм өҫтәп юбилярҙарҙы ҡотлау һәм Президент бүләктәрен тапшырыу өсөн Аҡморон ауылы ветерандар советы рәйесе Рәшиҙә Фәттәхова менән хеҙмәт ветераны, үткән дәүерҙә Аҡморон ауыл советы, совхоздың профком рәйестәре булып эшләгән Роза Тимербулатова ла килгәйне. Роза Мөғәз ҡыҙы һуғыш осоро атайҙарына бағышлап үҙе ижад иткән шиғырҙарын һөйләп, таҡмаҡтарын йырлап ишеттерҙе, йәштәргә фәһемле, матур теләктәрен еткерҙе. Рәшиҙә Ғәзиз ҡыҙы моңло йыр ҙа бүләк итте. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләгән Әхәт Килдеғошов, ваҡытында етәксе булған Хәмит Кәримовтарҙың ҡотлауҙарын халыҡ яратып ҡабул итте.
Тантаналы кисә ағинәйҙәр ҡатнашлығындағы концерт, Фирҙәүес Мырҙабулатованың үҙе яҙған шиғырҙарын һөйләүе, юбиляр  ғаиләләрҙең балаларының ҡотлауҙары, музыкаль сәләмдәре, йыр-бейеүҙәре менән күңелле байрамға әүерелде.
Ошондай матур сара үткәргәндәре өсөн клуб мөдире Мөршиҙә Юнысбаеваға, хеҙмәткәрҙәре Рәйлә Ирмәкова менән Әнүзә Собханғоловаға, китапханасы Миңзәлә Аткинаға ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Юбиляр ғаиләләргә лә, байрамды ойоштороусыларға ла ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә һәм тормоштарында уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ.
Л. Байкова, Сәйғәфәр мәктәбе  уҡытыусыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.